Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дим биҫтәһендә нефть табылғанмы?

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә нефть качалкаһы формаһындағы арт-объект барлыҡҡа килгән. Ул “Сағыу” микрорайонында ҡуйылған. Ә был үҙенсәлекле качалканы Ишембай районынан килтергәндәр. Механизм 1969 йылдан Башҡортостандағы нефть ятҡылыҡтарында файҙаланылған. Хәҙер, оҙаҡ ҡына файҙаланылғандан һуң, арт-объект итеп ҡуйылған. Был хаҡта Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, качалканы ҡуйыу өсөн дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт үткән. Тюнинг үткәргәс һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәс, арт-объектты тантаналы асыу планлаштырыла. Ә биләмәләрҙе төҙөкләндереү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе. Ә милли проекттың паспорты иһә 2018 йылдың 24 декабрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса президиум кәңәшмәләре һөҙөмтәләре буйынса раҫланған. Фото: Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.