Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уларҙы ҡыҙыҡлы өс көн көтә!

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 25 июлдә Дәүләкән районының алтмыш вәкиле “Тәбиғәт дуҫы” лагерына һауыҡтырыу ялына юлланды. Алдағы өс көндә лагерҙа "Za наших" Изгелек һәм Хәстәрлек хәйриә оҫтаханаһының “көмөш” ирекмәндәре, "Әүҙем оҙон ғүмер" клубы ағзалары, “Хыял” өлкән быуын хорында ҡатнашыусылар, "Тән һәм рух гармонияһы" проектында ҡатнашыусылар, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар ял итәсәк. Алда уларҙы йога, скандинавса йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ һауала тын алыу тәжрибәләре, ГТО нормаларын тапшырыу, күңел асыу программалары көтә. Дәүләкән тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Массар Зәйнулла улы Мөхәмәтйәнов Шарлама шарлауығына барыу менән "Асылыкүл серҙәре" исемле экскурсия үткәрәсәк. Сараны ойоштороусылар – район хакимиәте һәм Дәүләкән районының Мәғариф идаралығы булышлығында Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.