Туймазы үҙәк район дауаханаһында 2021 йылда яңы компьютер томографы ҡорамалы эшкә ҡушылғайны. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” программаһына ярашлы алынды. Бөгөн унда 25 600-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән. Компьютер томографы кешегә тикшереү үткәреү өсөн, рентген нурҙарын файҙаланып, ағзаның өс үлсәмле һүрәтен алырға ярҙам итә. Был маҡсатта ағза киҫелештәрен төрлө экспозицияла төшөргән рентген һүрәте эшләнә. Аҙаҡ компьютер алынған һүрәттәрҙе эшкәртеп, дөйөм күләмле һүрәтте формалаштыра. –Беҙ компьютер томографынан уңдыҡ. Яңы технологиялар ҡыҫҡа ваҡытта уны эшкә ҡушырға һәм күберәк пациенттар ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе. Беҙ хәҙер Туймазы районы халҡын квалификациялы һәм юғары технологиялы ярҙам менән тәьмин итә алабыҙ,- тип билдәләне дауахананың баш табибы Илдар Гәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сиф