Виктория туғыҙ йәшенән ирекле стилдә йөҙөү менән шөғөлләнә. Ул – ете тапҡыр Сурдлимпия уйындары чемпионы. Викторияның ата-әсәһе Лариса Валерьевна менән Александр Александрович ҡыҙҙарының һәр ярышына бара һәм уның менән ғорурлана. Ғаиләнең дуҫтары Валентина менән Сергей Астафьевтар Викторияның көйәрмәндәре төркөмөнә ҡушылған һәм Башҡортостанға килгән. “Һигеҙ йыл элек Донбастан Әстерхан өлкәһенә ғаиләбеҙ менән күсендек. Тиҙ генә Терентьевтар ғаиләһе менән дуҫлаштыҡ һәм Викторияның көйәрмәненә әйләндек. Ул маҡтаулы урын яулар тип ышанабыҙ”, - тине Сергей. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдә башланды һәм 2 авгусҡа тиклем дауам итә. Ярыштар барасаҡ 10 көндә 1500-ҙән ашыу спортсы Өфөләге 18 спорт майҙансығында 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Уйындарҙа донъялағы 30 илдән, шул иҫәптән Франциянан, Төркиәнән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнаша. Фото: Рәсәй Һаңғ