Сәлимә бала сағын хәтергә төшөргәндә, ғәҙәттә, уның күҙ алдына ҡара, бөҙрә сәсле, баҫалҡы Ғәлим килеп баҫыусан. Улар бер-береһенә күрше генә йортта йәшәне, шуға ихатала ла был икәү бергә уйнар ине. Өлкәндәр хатта ҡыҙ менән малайға ҡарап: “Кейәү менән кәләш. Ишәй менән Ҡушай”, – тип ирештереп-шаяртып өндәшергә ғәҙәтләнгәйе. Уларҙың был ҡылығына оялып ҡараған ҡыҙ һәм унан өс йәшкә ҙурыраҡ малай ғына бер нимә лә өндәшмәне. Шулай итеп, йылдар артынан йылдар үтте... “Бер мәл әхирәтем менән икебеҙгә егеттәр бәйләнә башланы. Улар, өлкән апайымдың танышы икәнлеген белдереп, туғанымдың үҙҙәренең береһенә аҡса бирергә тейешлеге хаҡында әйтеп, ҡурҡытты. Шулай итеп, беҙ йән-фарман йүгерҙек, ҡастыҡ. Ә ҡаршыбыҙға Ғәлим дуҫтары менән килә ине. Улар беҙҙе яҡланы”, – тип һөйләй хәҙер Сәлимә. Ҡыҙ ҡайтып, ошо хәл тураһында әсәһенә әйткәс, ҡәҙерле кешеһе ныҡ ҡыуанған һәм был хаҡта егеттең ата-әсәһенә хәбәр иткән. Ошо ваҡиғанан һуң Ғәлим Сәлимәләргә ара-тирә инеп сығырға ғәҙәтләнгән. “Ул ваҡытта миңә икенс