Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Кеше-оркестр” тип йөрөтәләр уны

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин 1987 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, әле – солист. Уның тырышлығы менән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ойошторола, 2001 йылдан – художество етәксеһе, артабан директоры була. Рәмил Ғәйзуллин бер үк ваҡытта бер нисә музыка ҡоралында уйнай: ҡумыҙ, хайран, дуплфуруй (венгрҙарҙың ике ҡатлы флейтаһы), чоор (ҡырғыҙҙарҙың буй флейтаһы), һыбыҙғы (татар флейтаһы). – Рәмил Мәүлит улы, ни өсөн һеҙҙе “Кеше-оркестр” ти йөрө­тәләр? – Мин филармонияға эшкә килгәндә, унда Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков кеүек билдәле ҡурайсылар эшләй ине, шуға ла тамашасыға яңылыҡ алып килеү маҡсатында икенсе юлды һайла­ным: ҡурайҙан тыш ҡумыҙ, хайран, өзләү, һыбыҙғы һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнай башланым. Төрлө учреждениеларға ла концерттар менән йөрөй инек, бер ваҡыт балалар баҡсаһында сығыш яһаным. Шул саҡта уның мөдире икенсе балалар баҡса­һындағы хеҙмәттәшенә: “Хәҙер һеҙгә “Кеше-оркестр” килә”, – тип хәбәр итте. Шунан миңә ошо исем тағылды. – Белгород филармония­һын­да һеҙҙең фоторәсемегеҙ эленгән... – Белгород Рус халыҡ ҡорал­дары академия оркестры менән Белгородта ғына түгел, ә бөтә Ҡы­рым, Севастополь буйлап бергәләп концерттар бирҙек. Дирижерҙар парадына мине даими саҡыралар, унда Рәсәйҙән 35 дирижер ҡатнаша. Уларҙың концерттарында йыш сығыш яһайым, шуның өсөн улар, үҙҙәренеке тип яҡын күреп, фотоһүрәтемде элеп ҡуйғандар. Ул ғына түгел, күп кенә филар­монияларҙың сайтын асһаң: “Нин­дәй билдәле кешеләр сығыш яһа­ны?” тип яҙыла – унда минең фамилия ла бар. Рәсәйҙә В.В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус оркестры, Н.П. Осипов исе­мендәге Рәсәй халыҡ ҡоралдары милли академия оркестры иң мәшһүрҙәр булып тора. Улар менән биш-алты тапҡыр сығыш яһаным. В.В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус оркестрының 135 йәшлек юбилей концертында Алтын фондҡа ингән сығыштар ғына ҡатнашты. Минең ҡурайҙа уйнаған Морат Әхмәтовтың “Соло-импровизация для друга Рамиля” әҫәре ошо фондҡа индерелгән. Ул “Урал”ды ҡурайҙа уйнауҙан башлана һәм артабан төрлө көйҙәр ҡумыҙ, һайран, балсыҡтан эшләнгән саз, һыбыҙғылар, өзләү һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында башҡарыла. Әйткәндәй, мин бөтәһе 40-тан ашыу оркестр менән сығыш яһаным, әле лә быны дауам итәм, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙс­тан, Үз­бәкстан, Азербайжан рес­пуб­ликала­ры­ның оркестр­ҙары менән дә эшләйем. Бер нисә симфоник оркестр менән сығыш яһа­ным: Рәсәй Милли гвардияһы оркестры, Ҡырғыҙстандың Биш­кәк симфоник оркестры, Ҡа­ҙағстандың Алматы симфоник оркестры, Урал симфоник оркестры. Халыҡ музыка ҡоралдары оркестр­ҙары ла хеҙмәттәшлек итер­гә саҡыра. Бындай сығыштар быйыл да дауам итә. Мәҫәлән, көҙ Аста­нала Ҡорманғазы исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия халыҡ ҡо­рал­дары оркестры менән сығыш яһарға саҡырҙылар, Краснодарҙан саҡырыу алдым. Киләһе йылда Волгоградҡа, Әстрханға барасаҡ­мын. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа бик күп ҡалаларҙың сәхнә­ләрендә башҡорт ҡурайын яңғы­ратам. Был Башҡортостан өсөн дә ғорурлыҡ. – Билдәле булыуынса, һеҙ ҡурай менән дә ҙур сәхнәлә дирижерлыҡ иттегеҙ. – Белгородта үҙемдең сығыш менән бер әҫәргә дирижерлыҡ иттем, араһында ҡурайҙа уйнайым – шундай сығышым бар. Н.П. Осипов исемендәге Рәсәй халыҡ ҡоралдары милли академия оркестры етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Андропов килде лә: “Афарин, Рәмил! Беҙҙең оркестр­ҙа ошо әҫәрегеҙ менән дирижер булып сығыш яһаһағыҙ ине”, – тип һораны. Ризалаштым. Ярты йылдан һуң сығыш яһарға барҙым. Тулҡынландым да, сөнки 34 дирижер араһынан мине һайлап алған. Сығыш ваҡытында ҡурайҙа бер минут дауамында башҡорт халыҡ көйҙәренә импровизация уйнарға һәм артабан дирижерлыҡты дауам итергә тейеш инем. Ҡурайҙы һалғанда тәгәрәп төшөп китеүе бар тип уйлап, уны ҡулымда ҡалдырҙым. Аҙаҡ ҡурай менән дирижерлыҡ итеп сығышты тамамлап ҡуйҙым. Һуңынан бер нисә композитор эргәмә килеп: “Иң ҡыҙығы шул булды: башҡорт ҡурайы Рәсәйҙең төп рус оркестры менән”, – тип әйттеләр. Шунан һуң был үҙемә лә оҡшап ҡалды. Мәлендә ҡурай менән күрһәтеп ебәрәм. Был дирижерҙың ҡулында ҡурай тотоуы тарихта беренсе тапҡыр булды. Уйламағанда килеп сыҡты. Вәхит Хызыров, Нур Дауытов һәм мин Санкт-Петербургка сығыш яһарға барҙыҡ. В.В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус оркестры менән “Азамат” халыҡ йырына һәм тағы ла бер музыкаль әҫәргә дирижерлыҡ ите­үемде һоранылар. Мин унда ҡурайсы булып сығыш яһарға бар­ғас, дирижер костюмын алма­ғай­ным, шуға ла милли кейемдә (артта бүрек эленеп тора) оркестрға дирижерлыҡ иттем. – Музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныу ҡасан башланды? – Әсәйем Фәүзиә Ибраһим ҡыҙы – мандолинала, атайым Мәүлит Төхбә­тул­ла улы баянда, гармунда уйнаған. Атайым миңә бер йәш тулғанда мәр­хүм булып ҡал­ды. Беҙ алты ба­ла инек. Ғаи­лә­лә бөтәбеҙ ҙә – беребеҙ баянда, гармунда, икен­се­беҙ мандолинала уйнай. Мин, иң бәләкәйе бу­лараҡ, уларҙы кү­реп үҫ­тем. Беренсе клас­ты та­мамлағанда бесән­дә тешем һыҙ­ланы. Әсә­йем ҡурай ҡырҡып бирҙе лә: “Ошолай өр­һәң, те­шең­дең һыҙ­лауы бө­тә”, – тине. Һыуыҡ һауа инеп, тештең һыҙ­лағаны бөткән ке­үек. Яйлап ҡурайҙа ла тауыш сығара баш­ланым. Шулай итеп, миңә беренсе тапҡыр ҡу­рай тот­торған кеше – әсә­йем. Аҙаҡ Белорет ҡала­һындағы мәктәп-интернатҡа IV класҡа уҡыр­ға барғас, Мөхәррәм Сәлимовта ныҡлап уйнарға өйрәндем. VII класты тамамлаған йылда бесәндән ҡайтҡан саҡта, Мәйгәш­те ауылы яғынан килгән Ғәли Хәм­зинде осраттым. Минең ҡулда ҡу­райҙы күрҙе лә: “Ҡустылар, ҡурайҙа уйнайһығыҙмы? Сәнғәт училище­һында ҡурай бүлеге бар. Шунда уҡырға килегеҙ”, – тине. Шулай итеп, Ғәли Хәмзин ҡурайҙа ҡайҙа уҡырға кәрәклеген әйтеп, юл күрһәтте. Өфө сәнғәт училищеһында Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовта ҡурай серҙәренә ныҡлап төшөндөм. Уҡыуҙы тамамлағас, Салауат ҡалаһына ебәрҙеләр, унда беренсе тапҡыр ҡурай класын астым. Армиянан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килдем, ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын тамамланым. Төрлө милли ҡоралдарҙа элек тә уйнай белә инем, яйлап филармонияла ошо һөнәрҙәремде күрһәтә башланым. – Сәнғәт юлын һайлағанға үкенмәйһегеҙме? – Икенсе һөнәр һайлау мөмкин­леге булһа, хәрби кеше булыр инем. Хабаровскиҙа ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, тағы ла ике йылға хеҙмәткә ҡалдым, унда артабан да үҫеү мөмкинлеге булды. Әле өс юғары белемем бар. Хәрби юл­ды һайлаған осраҡта, академияны тамамлап, юғары офицерҙар рәтен тулыландырыр инем, тип уйлайым. Сәнғәт юлына өҫтөнлөк биргәнгә бер ҙә үкенмәйем, сөнки бында иркенләп ижад итеү мөмкинлеге бар. Сәнғәттә бойороҡ аҫтында эш­ләү дөрөҫ түгел, тип уйлайым. Ижад кешеһенә азатлыҡ бире­лергә, ул туҡтауһыҙ эҙләнергә тейеш. – Милли халыҡ уйын ҡорал­дары оркестрының тәүге етәксеһе булыу бәхетен дә татынығыҙ... – Был бәхетте үҙемә үҙем тө­ҙөнөм, сөнки оркестрҙың башлан­ғысында торҙом. Европала милли оркестрҙар юҡ, уларҙың үҙҙәренең милли музыка ҡоралдары бөттө, тиһәң дә була, һирәк-мирәк кенә осрай. Шуға ла уйланып йөрөй торғас, милли оркестр кәрәк, тип үҙебеҙҙең етәкселәргә мөрәжәғәт иттек. Республика етәкселеге был тәҡдимде хупланы. Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына 15 йыл етәкселек иттем. Уның үҙенең ҡатмарлы юлы бар. Рус оркестр­ҙарының юлы күптән һалынған, тапалған, ә беҙҙең милли оркестрға үҙенә юл һалырға, репертуарын төҙөргә тура килә. – Рәмил Мәүлит улы, әңгәмә өсөн рәхмәт, һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ. Фото: Рәмил Ғәйзуллиндың шәхси архивынан.