Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер быуатлыҡ ғүмер

Ошо иҫтәлекле ғүмер байрамы айҡанлы йөҙйәшәр инәйҙе Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл хакимиәте вәкилдәре килеп ҡотлап, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаларын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Мөшәрәфә Мөхәрәм ҡыҙын юбилейы менән ҡотларға элекке яҡташтары Ауырғазы районы хакимиәтенең ветерандар Советы рәйесе Риф Рафиҡов һәм Ибрай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Юрий Ефимов та килгәйне. Әйткәндәй, Мөшәрәфә Мырҙағолова 1923 йылда Ауырғазы районының Иҫке Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Ишле ғаиләлә 11-се бала булып донъяға килгән ул. Күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле тотош быуат ваҡиғаларына шаһит була. Уның бала, үҫмер сағы һуғышҡа тиклемге ауыр йылдарға, коллективлаштырыу осорона тура килә. Был ауырлыҡтар уны көслө рухлы, эшһөйәр, яуаплы, ғәҙел итеп үҫтерә. Уларҙа кисәгегә ҡарағанда бөгөн яҡшыраҡ йәшәү теләге ҙур була. Һуғыш башланғас, ауылда ниндәй ир заты бар, барыһы ла фронтҡа китә. Инәйҙең ике ағаһы ла фронтҡа алына. Мөшәрәфә инәйгә 4 класс белем алғас, артабан уҡыу теймәй. Бәләкәйҙән ағай-апайҙары кеүек эшкә егелә, ҡайҙа ҡушһалар шунда бара, колхоз баҡсаһына ла эшкә йөрөй. Хәйер, ул заманда ҡатын-ҡыҙҙарҙы, йәш-елкенсәкте Архангел районына урман ҡырҡырға ебәргәндәр, сөнки көнө-төнө эшләгән завод мейестәре утын менән яғылған. Урман эше бик ныҡ ауыр булһа ла, улар ололар менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Эштән ҡайтҡас, бер киҫәк ҡара икмәк һәм үлән ашы һурпаһы менән туҡланалар. Урманда йөрөгән кеше яҡшы белә, һайланып тормайһың, ашҡа талымһыҙ булаһың. Ҡырҙа ҡатҡан икмәк менән ҡара сай ҙә тәмле була. Туҙып, еүешләнеп, батҡаҡҡа ҡатҡан кейемдәрен урмандан һөйрәп алып ҡайтҡан утын менән мейес яғып, шунда киптерәләр. Йоҡо туймаған, өҫ кейеме кибеп тә өлгөрмәгән килеш тағы ла таңдан урман киҫергә сыҡҡандар. Тимер сүкештәр менән күмер ватып, вагондарға тейәп оҙатҡандар. Мөшәрәфә инәй баҫыуҙа ураҡ та урған, үҙҙәре һымаҡ ныҡ, ҙур итеп көлтә лә бәйләгән. - Ни хәл итәһең, күрмәгәнде күрҙек инде. Мин һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш осорон, һыуыҡты, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән кешемен. Эштән бушап булманы. Һуғыш башланыуы тураһында эш ваҡытында белдек. Беҙҙе бер бабай колхоздың йәшелсә-емеш баҡсаһына эшкә йөрөтә ине. Алмағастар ултырттыҡ та ул, алмаларын һеҙ ашарһығыҙ, мин ашай алмам, ти торғайны. Һуңынан уны ла һуғышҡа алып киттеләр һәм һуғыш яланында ятып ҡалды бабайыбыҙ. Яҙ көнө тубыҡтан һыуға батып, серек бәрәңге йыйҙыҡ, шунан ҡоймаҡ яһап бешереп ашаныҡ, балтырған, ҡаҡы, ат ҡуҙғалағы – береһе лә ҡалмай ине. Хәҙерге матур тормошҡа зарланаһы юҡ. Ошо тиклем төрлө ризыҡтарҙың тәмен белеп, барына ҡәнәғәт булып йәшәһендәр ине,- ти Мөшәрәфә инәй. Яҙмышын ауыл ере менән бәйләгән Мөшәрәфә Мөхәрәм ҡыҙы ялан эшендә лә һынатмай, баҫыуҙа сөгөлдөрөн дә утай, фермала һыйыр ҙа һауа, ҡыҫҡаһы, ауылға хас бер эштән дә ситтә ҡалмай. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. 1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡан ауылдашы Тимербулат Мµхәтмәтвәли улы менән донъя ҡоралар. Ике ҡыҙға – Динә һәм Мәҙинәгә ғүмер һәм матур тәрбиә бирәләр. Әйткәндәй, Мөшәрәфә Мөхәрәм ҡыҙы бәхетле өләсәй - 26 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре бар. “Күршеләрем менән татыу йәшәнек, бер-беребеҙгә ярҙам иттек, гел бергә булдыҡ”, тип Ибрай ауылындағы күршеләрен дә иҫкә төшөрөп үтте Мөшәрәфә инәй. Ул йылдарҙың касафатын татыған инәй бөгөнгө көндә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Мөшәрәфә Мөхәрәм ҡыҙы ун йыл элек Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡыҙы Мәҙинәгә күсеп килә. - Балаларым терәк тә, таяныс та миңә. Өҫтөм ҡараулы, торған урыным йылы, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйем,- ти ул. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған инәй балаларына әле лә кәңәштәрен биреп, изге теләктәрен теләп ултыра. Көн дә тәсбих тартып, ил тыныслығы һәм яҡындарының именлеге өсөн доға ҡыла. - Әсәйебеҙгә өйрәткән эштәре, әйткән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Матур тәрбиә биреп, оло тормошҡа баҫырға ярҙам итте. Әсәйем ошоға тиклем хәленән килгәнсә беҙгә йорт-ҡура тирәһендә лә ярҙам итте. Йәшелсә-емешен дә ултыртышты, утауын да уташты. Ул ҡулдары менән сәскән һәр орлоҡ гөрләп үҫә, мул уңыш бирә торғайны. Быйыл ғына барлыҡ эштәрҙе унһыҙ башҡарабыҙ. Йәш сағынан тегергә әүәҫ әсәйем әле лә берәй кейемдә бәләкәй генә тишек күрһә ямап ҡуя. Эшләмәгән эше ҡалмай ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас та балалар ятҡан интернатта һаҡсы булып та эшләне, ураҡ ваҡытында игенселәргә икмәк бешереп тә бирә ине. Тәмле-татлы ризыҡ бешереүгә лә оҫта булды. Туйҙарға саҡыртып, бауырһаҡ, ҡабарып торған икмәген бешертәләр ине. Теген машинаһында беҙгә лә, ауыл халҡына ла ситса күлдәктәр тегеп бирҙе. Үҙе һәр саҡ бик күркәм, матур, йыйнаҡ, килешле итеп кейенеп йөрөй торғайны. Кәзәләр аҫрап, кәзә йөнөнән ҙур-ҙур матур шәлдәр бәйләп һата ине. Эре мал да, ҡош-ҡортон да күпләп тотто. Иҫке Ибрай ауылындағы өйөндә уты ла, газы ла булһа ла, яңғыҙ ултырмаһын тип үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ,- ти ҡыҙы Мәҙинә апай. Оҙон тормош юлында бик күп ауырлыҡтар аша үтергә, бәләләр, ҡайғылар кисерергә яҙған уға. Тормошто яратыусан, асыҡ күңелле инәйгә алдағы тормошоноң тыныс, бәхетле мәлдәргә бай булыуын теләйбеҙ. Балалары, яҡындары эргәһендә сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер насип итһен. Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.