Гуля Безмельницина – Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындары спортсыларына ярҙам иткән ирекмән. Ул – сығышы менән Ырымбурҙан. Оҙаҡ йылдар урындағы Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтендә ым-ишара тәржемәсеһе булып эшләй. - Был телде бала саҡтан беләм, сөнки ата-әсәйем – һаңғырауҙар. Ирем дә ишетмәүсәнлек буйынса инвалид. Йыл һайын камиллаштым һәм ниндәй һөнәр һайлаясағыма шикләнмәй инем, - ти ул. Шуға ул заявкаһын на dobro.ru сайтына биргән. Ире лә хуплаған. Гуля Безмельницина Дағстандан Ризван Абдурахманов һәм Белоруссиянан Олег Костянка өсөн “көйә”. Һуңғыһы грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа көмөш миҙал яуланы. Ым-ишара тәржемәсеһе ярҙамында уны был наградаһы менән ҡотланыҡ һәм бер нисә һорау бирҙек. - Рәсәйҙе беренсе тапҡыр ғына түгелмен. 2018 йылда Владимирҙа ярыштарҙа ҡатнашҡайным. Унда өсөнсө урын яуланым. Ә Өфөлә беренсе тапҡырмын. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буш ваҡыт булманы – барыһы ла күнекмәләргә сарыф ителде. “Туғандарығыҙ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?” тигән һорауға: “Әлбиттә, ҡатыны