Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

11 спорт төрө буйынса көс һынаштылар

Өфөлә барған Сурдлимпия уйындарының икенсе көнөндә туғыҙ майҙансыҡта 11 спорт дисциплинаһы буйынса беренселек өсөн алыштылар. Баязит Бикбай урамындағы 32-се йортта 13 каратист 16 миҙал өсөн көс һынашты. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол һәм йөҙөү буйынса ярыштар үткәрелде. Ир-егеттәр араһында - Рәсәй-1 һәм Үзбәкстан, Беларусь һәм Иордания, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй-2 һәм Беларусь баскетбол буйынса үҙ көсөн һынаны. Йөҙөүгә килгәндә, ирекле стиль, арҡала йөҙөү, баттерфляй, ирекле стилдә эстафета буйынса ун миҙал уйнатылды. Теннис буйынса ярыштар – Р. Зорге урамындағы 1-се теннис клубында, волейбол буйынса уйындар “Динамо”ла булды. Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия командалары ҡатнашты. Гандболда Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Үзбәкстан, ир-егеттәр араһында Әрмәнстан менән Кения, Үзбәкстан менән Рәсәй спортсылары осрашты. Матчтар "Астра" клубында уҙҙы (Ростов урамы, 16/1 ). Греко-рим көрәше буйынса һигеҙ миҙал “Башҡортостанда спорт көрәше” спорт мәктәбендә (О

Өфөлә барған Сурдлимпия уйындарының икенсе көнөндә туғыҙ майҙансыҡта 11 спорт дисциплинаһы буйынса беренселек өсөн алыштылар. Баязит Бикбай урамындағы 32-се йортта 13 каратист 16 миҙал өсөн көс һынашты. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә баскетбол һәм йөҙөү буйынса ярыштар үткәрелде. Ир-егеттәр араһында - Рәсәй-1 һәм Үзбәкстан, Беларусь һәм Иордания, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй-2 һәм Беларусь баскетбол буйынса үҙ көсөн һынаны. Йөҙөүгә килгәндә, ирекле стиль, арҡала йөҙөү, баттерфляй, ирекле стилдә эстафета буйынса ун миҙал уйнатылды. Теннис буйынса ярыштар – Р. Зорге урамындағы 1-се теннис клубында, волейбол буйынса уйындар “Динамо”ла булды. Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия командалары ҡатнашты. Гандболда Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2, Үзбәкстан, ир-егеттәр араһында Әрмәнстан менән Кения, Үзбәкстан менән Рәсәй спортсылары осрашты. Матчтар "Астра" клубында уҙҙы (Ростов урамы, 16/1 ). Греко-рим көрәше буйынса һигеҙ миҙал “Башҡортостанда спорт көрәше” спорт мәктәбендә (Октябрь проспекты, 84/4) уҙҙы. Урмансылар паркында иһә спорт йүнәлеше (классика) буйынса ике миҙал уйнатылды. Ошондай уҡ миҙалға “Биатлон” спорт комплексында шоссе велосипеды спорты уйынса алыштылар. Бөгөн боулинг буйынса ярыштар “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә үткәрелде. Еңел атлеттар ҙа диск ташлау, юғарыға һикереү, йүгереү буйынса беренселек өсөн алышты. Автор фотоһы.