Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда спецназ әҙерләйҙәр

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров июнь айынан Рәсәй милли гвардияһының Волга буйы округына етәкселек итеүсе Сергей Просяник менән осрашты. – Башҡортостан Рәсәй гвардияһының иң эре идаралыҡтарының береһен тәшкил итә. Ныҡлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, берлектә Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонын тупланыҡ, – тип билдәләп үтте осрашыуҙа Радий Хәбиров. – Батальон яҡшы әҙерлек үтте, яугирҙәрҙең барыһы ла бар, ярҙам һәм хеҙмәттәшлек өсөн республикаға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Сергей Просяник. Осрашыуҙа Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге хәрбиҙәр (спецназ) әҙерләү өсөн үҙәк булдырыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды. Сергей Просяник бындай башланғысҡа ҙур өмөт бағлауын белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, m24.ru