Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһы янындағы Түңәрәк күленән 1980 йылғы ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар. Яҡынса фараз буйынса, батҡан кеше эскән булған. Шулай уҡ Караганка тип аталған быуанан 1977 йылғы ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле, көн лә тиерлек кешеләр һыу ҡорбаны булып тора. Төп сәбәбе – махсус ҡулайлаштырылмаған, тыйылған урындарҙа һыу инеү. “Хөрмәтле республика халҡы! Ял итеү өсөн йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ, унда ҡотҡарыусылар дежур итә. Әгәр эскән булһағыҙ, һыуға инмәгеҙ. Бер нәмәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алкоголь һыу төбөнә тарта!” – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан. Алдағы көндәр эҫе торасаҡ, тиҙәр - һыу буйында айырыуса һаҡ булайыҡ! Фото: mchsrb