Бер ай үткәс, Өфөгә аҡса эшләргә тип китеп ғәйеп булған ҡатынды тапҡандар. Был турала "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр итә. 34 йәшлек Гөлназ Н. Ҡырмыҫҡалы районынан. Юғалғас, уны ирекмәндәр эҙләй башлағайны. Әле иһә “БашРегионСпас” эҙәрмәндәр ойошмаһы уның табылыуы тураһында хәбәр итә. Уны ниндәй шарттарҙа тапҡандары тураһында әйтелмәгән. Иң мөһиме, ул иҫән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был Гөлназдың тәүге тапҡыр ғына юғалыуы түгел. Әсәһе уны яҙын да бер эҙләгәйне. Һуңғы тапҡыр ул июль башында өйөнән сығып киткән ине. Әсәһе әйтеүенсә, уның баш ҡалала шикле ир менән бәйләнешкә инеүе бар ине. Шуныһы, өйөндә ҡатынды бәләкәй ҡыҙы көткәне билдәле. Ниһайәт, бала әсәһе менән осрашҡандыр. Фото: "КП-Өфө".