Баҡсала сүп үләне кеүек үҫкән әрһеҙ укроптың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, ул эстә йыйылған, шул сәбәпле ауыртыныу тыуҙырған газдарҙы һәйбәт ҡыуа. Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, һейҙек ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. Өҫтәүенә был төнәтмә һейҙек тотмау, эс ҡаталау осраҡтарында ла килешә. Укроп һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә. Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан 7-10 тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына 2-3 көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин. Фото: pokayadoma.ru