Евразия континентының иң үҙәгендә урынлашҡан Башҡортостан өсөн, тимер юлдар 135 йыл инде, республиканың төп тауар әйләнешен тәьмин итеүсе үҙәк транспорт артериялары булып тора. Көн һайын йөҙҙән ашыу локомотив уның аша файҙалы ҡаҙылмалар, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән составтар ташый. Премьер-министрҙың әйтеүенсә, быйыл тәүге айҙарҙа төбәктә пассажирҙар ағымы 8 йыл эсендәге иң юғары кимәлгә еткән – Башҡортостанда ҡала яны поездары 1 миллиондан ашыу кешене ташыған. Был күрһәткестәр үткән йылға ҡарағанда 16,2% күберәк. Төбәктә сығарылған продукция Сауд Ғәрәбстанына, Төркиәгә, Ҡырғыҙстанға, Ҡаҙағстанға һәм Беларуссияға экспортҡа рельстар аша оҙатыла. Киләсәктә Рәсәй тимер юлдары менән берлектә Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү планлаштырыла. Был проектты тормошҡа ашырыу йөк ташыу мөмкинлектәрен киңәйтәсәк һәм аэропортты тимер юл вокзалы менән тоташтырасаҡ. Сибай – Подольск – Новорудное яңы тармағы логистикика ауырлығын 250 саҡрымға кәметәсәк һәм беҙҙең республиканы Ҡаҙағстан, Ҡытай, Үҙәк Азия баҙарҙары менән бәйләйәсәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, был бәйләнеш, 8-9 йылдан һуң Башҡортостандың Урал аръяғы үҫешен тулыһынса үҙгәртәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла, уның төп маҡсаты – экспорт өлөшөн, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу. Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған. Фотолар: Андрей Назаровтың социаль селтәренән.