Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында глэмпинг “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары ярҙамында асылды (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы” и “Туризм и индустрия гостеприимства”). Былтыр бизнесмен Мәзит Шабанов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” нә үҙенең проектын тәҡдим итә. Ҡариҙел районы хакимиәте быны хуплап сыға һәм инженер коммуникацияларын үткәрергә ярҙам итә, конкурс һөҙөмтәләре буйынса, инвесторға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн финанс ярҙамы күрһәтә. Быйылғы йылда эшҡыуар, туристарға модулле урынлаштырыу сараларын булдырыу өсөн, ”Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының конкурс һөҙөмтәләре буйынса субсидия алды һәм ул быны тағы ла ике модулле йорт төҙөүгә йүнәлтәсәк. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының маҡсаты: бизнесты старт идеяһынан алып киң йәйелдерергә һәм экспортҡа сығыуына тиклем, уның үҫешенең бөтә этаптарында ла ярҙам итергә. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты, 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота, шулай уҡ, ул ил буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итә. Лилиә Кәбирова фотолары.