“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Салауат ҡала дауаханаһы ике яңы видеоколоноскоп алды (национальный проект “Здравоохранение”). Видеоколоноскоптар эндоскопия бүлегенә ҡуйылған һәм эсәк ауырыуҙарын тикшереү һәм диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың заманса оптика менән йыһазландырылыуы, ауырыуҙы күреү һәләтен яҡшыртҡан, һүрәттәренең тотҡарлыҡтарын һәм тауыштарын һиҙелерлек кәметкән. Система, ауырыу буйынса йүнәлеш алырға уңайлы һәм эсәктең иң ҡатмарлы урындарын да тиҙ табырға мөмкинлек бирә. – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында беҙҙә шундай яҡшы ҡорамалдар барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Беҙгә һүрәттәрҙең яҡшы сифатлы булыуы бик мөһим. Яңы видеоколоноскоптарҙа барыһын да ентекләп ҡарарға, кәрәк осраҡта сағыулығын арттырырға, шулай уҡ фотоларҙы һаҡларға һәм, әгәр, ниндәйҙер үҙгәрештәр, пациенттың патологияһы асыҡланһа, башҡа белгестәргә ебәрергә мөмкин, – тип Салауат дауаханаһының табип-эндоскописы Илүзә Халиҡова шатлығын уртаҡлашты. Ҡорамалдар файҙаланыуға тапшырылғандан алып, белгестәр 500-ҙән ашыу пациентты ҡабул иткән дә инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә әҙерләнгән. Фото: bash.news