Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан” гәзите иҫкәртә...

Башҡортостандың ҙур һыу сығанаҡтары, шул иҫәптән, баш ҡалабыҙҙың янындағы йылға-күлдәрҙә лә халыҡ күпләп һыу инә. Әммә, улар өсөн бар мөмкинлектәр ҙә, бар уңайлыҡтар ҙа булдырылғанмы? Был осорҙарҙа һыуға батыусылар һәм, үкенескә күрә, һәләк булыусылар алдағы йылға ҡарағанда икеләтә артҡан. Хатта, айына, йә аҙнаһына түгел, көнөнә биш-һигеҙ кеше батып үлгән осраҡтар булған. Башлыса, был бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәр һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа булған. Шуға ла, ҡырағай урындарҙа һыу инергә яратыусыларҙың һәр кеме уйланһа ине, үҙ яҙмыштары менән уйнап, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙарын. Бәлки һине ҡотҡарам тип, бер ғәйепһеҙ яҡшы кешенең ғүмере өҙөлөр... Ҡалған йәйебеҙҙе именлектә, теүәллектә һәм яҡшы ялдар менән тамамларға яҙһын, дуҫтар! Фото һәм видео: Таңсулпан Рәсүл