Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кәңәшмә иртәһе күңелле башланмаҡсы

7-8 августа Өфөлә Бөтә Рәсәй беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһе үтә. Сара барышында тармаҡтың мөһим мәсьәләләрен тикшереү һәм Рәсәй субъекттарының иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнеү ҡаралған. Сараның маҡсаты – уңышлы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булдырыу. Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең тәүге көнөн ҡатнашыусылар “Чемпиондар менән зарядка”нан башлай. Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар ике төркөмгә бүленәсәк. РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко етәкселегендәге беренсе төркөм Өфөнөң күркәм урындары буйлап велоуҙышҡа юллана. Икенсе төркөм фехтование буйынса 2016 йылғы Олимпия чемпионы һәм 2021 йылда Токиола үткән Олимпиаданың көмөш призеры Тимур Сафин үткәрәсәк зарядкаға йыйыла. Был сараларҙың уҙғарылыу ваҡыты тураһында теүәл мәғлүмәт менән таныштырабыҙ. “Чемпион менән зарядка” 7 августа 6.45-08.00 сәғәттәр арауығында үтә. Зарядкала ҡатнашыусылар өсөн йыйылыу урыны: Конгресс-холл янындағы Ватан паркы (Зәки Вәлиди урамы, 2). Велоуҙышта ҡатнашыусылар 7 августа 6.45 сәғәттә Конгресс-холл янында йыйыла һәм шунан ҡуҙғалып китә. Велоуҙыш 4,5 километрға иҫәпләнгән (Ватан паркынан төшкән урын – Дуҫлыҡ монументы алдындағы майҙан – Ватан паркынан төшкән урын). Фото: kudaufa.ru