Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәнкәйҙәрең икән ҡайҙарҙа?.."

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың һәләк булыуын ишеткән һайын һәр кемдең йөрәге телгеләнмәй ҡалмайҙыр. Юғалтыуҙар бигерәк ҡайғырта... Ошо көндәрҙә Белорет районының Үткәл ауылы үҙенең баһадирҙай улын оҙатты. Был хаҡта Илдар Шәғәлиндең класташы Нәйлә Сәфәрғолова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "...Ниһайәт, һәләк булыуына ике айҙан ашыу ваҡыт үткәс, алып ҡайталар... Мәрхүмдәрҙе ер ҡуйынына һалыу мотлаҡ - күңелдә, нисектер ҡыйын булып, бер төйөр тора ине... Балаларына ла бик ҡыйын булғандыр... Иртәгә беҙ - Илдарҙың класташтары уны һуңғы юлға оҙатырға Белорет тарафтарына юл алабыҙ... Шәғәлин Илдар Таштимер улы - 1-се Республика башҡорт интернат-мәктәбенең 1980 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Ул бала саҡтан хәрби булырға теләне һәм маҡсатына ирешеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы совет, Рәсәй армияһында хеҙмәт итте. Һуңынан инде эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде. Мобилизация башланып, повестка килгәс тә, ул военкомат аша яңынан Ватан һаҡлаусылар сафына баҫты. Яҙ көндәре, апрелдә отпускаға ҡайтты. Ҡайтыу менән, әүҙем рәүештә, яу ҡырында ҡалған егеттәренә кәрәкле әйберҙәрҙе юллау эштәрен башҡарҙы: Илдар Фәттәхов етәкселегендә класташтары йыйылышып һатып алған УАЗ (буханка) машинаһын, гумконвойға тейәүҙә шәхсән ҡатнашты. Украинала уның ҡулына осраҡлы ғына эләккән, уны тетрәндәргән, илатҡан, йәшәүгә көс биргән таныш булмаған бер уҡыусы яҙған хатты түш кеҫәһендә йөрөтөп, уның Өфөләге мәктәбенә, бар балаларға ла етерлек итеп күстәнәстәр алып барып, хат яҙыусы ҡыҙ бала менән дә осрашырға өлгөрҙө Илдарыбыҙ, уға үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен әйтте... "Ул ҡыҙыҡай хатында "Я знаю, вам там трудно, очень трудно" тип яҙған. Ҡайҙан белгән ул беҙгә ҡыйын икәнен, ҡайҙан белгән?" - тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы. "РӘСӘЙ" телеканалының "Хәйерле иртә, республика!" тапшырыуында ла МХО хәлдәрен һөйләп, үҙе хеҙмәт иткән полкта 90% егеттәрҙең Башҡортостандан булыуҙарын әйтте. "Оҙаҡламай йәй етә. Унда һыуға ҡытлыҡ, һыу кәрәк, һыу ташыу машинаһы булһа, һәйбәт булыр ине, водовоз менән ярҙам итергә ине егеттәргә",- тип телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт тә итте. 19 апрелдә 60 йәшлек ғүмер байрамын күңеле булғансы, баянсы туғаны менән күкрәк киреп йырлап, ҡотлауҙарҙы ихлас тыңлап, балалары, туғандары, яҡындары, дуҫтары менән уҙғарҙы. Унда беҙ ҙә булдыҡ. - Алғы һыҙыҡта мине егеттәр, башҡорт егеттәре көтә, егеттәрем янына барам, мин уларға кәрәк,- тип ҡат-ҡат ашҡынып һөйләне ул юбилей тантанаһында. ...Ул Луганск өлкәһенә, һуғыш ҡырына дуҫы Илдар Фәттәхов бүләк иткән "Шайморатов генерал" хаҡындағы китаптарҙы алып китте. "Был китаптарҙа яҙылған мәғлүмәттәр егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн бик кәрәк!" - тигәйне Илдар. Ул яуға китте, ә класташтарыбыҙ - Нур Тажетдинов менән Хәкимйән Сәфәрғолов шул көндәрҙә үк Илдар үтенеп һораған водовоз машиналарын ебәреү өсөн хәстәрлек эштәрен башланылар. Улар машиналарҙы гумконвойға әҙерләгән мәлдә "Шәғәлин Илдар батырҙарса һәләк булды",- тигән ауыр хәбәр килде... Әммә класташтарым баш эйеп ҡалманы, танауын төшөрмәне. Илдар хеҙмәт иткән полк етәкселеге менән хәбәрләшеп, уның фотоһүрәте төшөрөлгән һыу ташыу машиналарын "Илдар үҙе һәләк булһа ла, уның Ватан өсөн хеҙмәте дауам итһен!" - тиеп Украинаға юл алған Башҡортостан гуманитар конвойына тейәп оҙаттылар. ...Беҙ уны - Илдар Таштимер улы Шәғәлинде һуңғы юлға оҙатасаҡбыҙ... Ауыр, йөрәк өҙгөс сара көтә беҙҙе...P/s: "Йөрәк һүҙе"беҙ тиеп тимер аттарҙаОҙатып та ҡалғайныҡ һине яҙҙарҙа.Ашҡындың, егеттәрем, тиеп, яуҙарҙа,Эҙләргә һуң һине хәҙер ҡайҙарҙа?Тәнең ҡайта -Йәнкәйҙәрең икән ҡайҙарҙа?.. Текст сығанағы: Нәйлә Сәфәрғолованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. Фото: https://vk.com/ivaniutaandrei