Интернетта Әбйәлилдән Мөнирә Кирәева инәйҙең фотоһы һәм шиғыры таралды. Уның баҡсаларғы ҡыярҙарын күрше бесәйҙәре ашай икән. Шуларҙан нисек ҡотолорға белмәй, йәнәһе, үҙе әйтмешләй, "өгөрсә"ләренә носкиҙар кейҙереп ҡуйған. Халыҡ элеп алды, һелкеп һалды... Кәңәштәр ҙә бирҙе. Колеус исемле сәскә ултыртырға... "Агротекс" ябырға... Оҙон ҡыярҙарға гольфи кейҙерергә... Лайфхак, заманса әйтһәк. Тик Мөнирә инәй: "Быйыл носкиҙар һаҡлай инде ҡыярҙы. Әле бесәй ашай алмаған. Носки эсендә ҡояш булмағас, үҫәме икән өгөрсә, әйтегеҙ әле, виртуаль дуҫтарым?" - тип борсолған һәм шиғыр яҙған. Рәхәтләнеп ашармын типСәскән инем ҡыярҙар,Өлгөргәнен белеп ҡалыпЯт бесәйҙәр ашайҙар. Бау бәйләнем, үрмәләттемБуйлап үргә үҫһен тип,Эй кәкрәндәп һыуҙар ҡойҙомАшарыма булһын тип. Ҡалдырмай бит өгөрсәмдеҠара, ала бесәйҙәр.Аҡыл бирҙе Ләйсән һеңлем:"Кейҙереп ҡуй нәскиҙәр!" Шәп кәңәш тип, өгөрсәгәНәски бөттөм кейҙереп.Элеп ҡуйҙым нәскиҙәрҙеңҠыҙыл, аҡ һәм күктәрен. Әйтерһең дә, сәскә атҡанҠыярҙың һабаҡтары!"Нәскиҙәрең бик етмәһә,Беҙҙә улар миллион,Ярҙам ҡулы һуҙабыҙ,Ҡыярһыҙ йәшәү ҡыйын", - Тиеп Рита, Рима, Гүзәл...Шарҡылдашып көләләр.Өгөрсәгә нәскиҙәрҙеңЕтмәҫлеген беләләр. Барлыҡ ауыл нәски биреп,Ярҙам итер, моғайын.Бик булмаһа, охрананыӘбизәтелне яллайым. Автор фотоһы.