Был файҙалы үҫемлек беҙҙең яҡтарҙа киң таралған. Август аҙағында йәки сентябрь башында йыя торһаҡ, быйыл әлморон иртә өлгөргән. Уны йыйыуы еңелдән түгел, әммә файҙаһы бик ҙур. Ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл һутлы емештәре өлгөргәс, гөлйемеш көҙ көнө лә әллә ҡайҙан күренә. Уның емештәре ныҡ үҫешкән сәскә төбөнән барлыҡҡа килә. Гөлйемештең ысын емештәре - ваҡ ҡына аҡһыл орлоҡтар. Улар емшәндәрҙән барлыҡҡа килә һәм бокал һымаҡ сәскә төбөндә урынлаша. Сәскә төбө эстән ҡаты һырышҡаҡ төксәләр менән ҡапланған, һутлы төбөндә витаминдар күп була. Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Унда төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһын) кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан