Имбир ҡушып бешерелгән һәм сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән баллы перәниктәр – балаларҙың яратып ашаған тәм-томдарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт ярҙамы штабы майҙансығында “Динә” хәйриә фондының хәстәрлегендә булған сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикле балалар өсөн перәнек биҙәү буйынса үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе үтте. Сараның ойоштороусыһы булып ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты сығыш яһаны. Балалар ҡабатланмаҫ кулинар шедеврҙар булдырыу мөмкинлегенә эйә булды һәм ҙур теләк менән перәниктәрҙе биҙәне. Кескәйҙәр өсөн уларҙы кондитер Альбина Зиннәтуллина бешергән ине. Эш барышында ул һәр баланың ижади һәләтен асырға тырышты, уларға ихлас ярҙам итте. Перәниктәрҙе борон-борондан бешергәндәр. Был тәмлекәс бөгөн дә лайыҡлы урын алып тора. Уның менән бихисап ғөрөф-ғәҙәттәр, традициялар ҙа бәйле. Перәникте Рәсәй мәҙәни мираҫының бер өлөшө тип таныу ҙа уның ни тиклем киң танылыуын раҫлай. - Оҫталыҡ дәресе барышында балалар ваҡытын күңелле генә түгел, ф