Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Бәхетһеҙ осраҡ еләк йыйып йөрөгән саҡта булған. Билдәле булыуынса, тешләнгәндән һуң зыян күреүсенең бармағы һәм беләге шешкән, шулай уҡ хәлһеҙлек һәм күңел болғаныу күҙәтелгән. Уны Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары ҡотҡарған. «Бала йәшәгән урын буйынса табиптар тиҙ арала ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң ҡыҙ ашығыс рәүештә медицина учреждениеһына оҙатылды. Был уның ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе», - тип белдерә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Йылан саҡҡан осраҡта, ауыҙҙа-ирендә яра булмаһа, ағыуҙы һурып төкөрөргә кәрәк. Яраны һабынлап йылы һыуҙа йыуырға, йәки составында спирт булған иретмә менән ыуырға кәңәш ителә. Һыҙланыуҙы баҫҡан дарыу ҡабул итеп, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Фото: techinsider.ru