Туймазы ҡалаһында хәрби комиссариат янында һәләк булған Артур Нальвадовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Сара барышында хәрби хеҙмәткәрҙең улы Динар Нальвадовҡа атаһының Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды. Награда тапшырыуҙа Артур Нальвадовтың туғандары - әсәһе Фәриҙә Шәмсулла ҡыҙы, улы Динар әсәһе Наталья Вячеславовна менән, яугирҙең ҡатыны Гөлнур Рәсил ҡыҙы, башҡа туғандары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты. "Артур Нальвадов үҙенең улы, йәштәр һәм яҡташтары өсөн һәр ваҡыт ысын Ватан һаҡсыһы өлгөһө буласаҡ. Ғәҙеллек өсөн, бөйөк илебеҙ өсөн көрәшкән ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңге хәтерҙә һаҡларбыҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район башлығы Айҙар Суфиянов. Фото: https://vk.com/aidarsufiyanov