Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусыларҙы бәйгегә саҡыралар

Педагогия династияһы вәкилдәре өсөн Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы педагогик династия» конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы булышлығында Уҡытыусы һәм остаз йылына ярашлы уҙғарыла. Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы педагогик династия» конкурсы өс номинация буйынса үткәрелә: «Киләсәк нигеҙе» (дөйөм педагогик стажы 50-150 йыл тәшкил иткән династиялар араһында); «Һөнәребеҙ буласаҡ» (дөйөм педагогик стажы 151 - 300 йыл тәшкил иткән династиялар араһында); «Быуаттан быуатҡа» (дөйөм педагогик стажы 300 йылдан ашыу булған династиялар араһында). Конкурс ике этапта үтә. Беренсе этапта теләге булғандар династия ағзаларының портрет һәм төркөм фотоларын беркетеп, ғаиләнең һөнәри эшмәкәрлеге һәм педагогик стажы, уҡытыусыларҙың быуыны, уларҙың ҡаҙаныштары һәм наградалары тураһында видеовизиткаға һылтанма бирергә кәрәк. «Иң яҡшы педагогик династия» конкурсының икенсе этабы 9-12 октябрҙә Өфөлә үтә. Ул өс турҙы үҙ эсенә ала. Жюри ағзалары һәр номинацияла еңеүселәрҙе һәм лауреаттарҙы билдәләйәсәк. Конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған династия конкурстың абсолют еңеүсеһе тип иғлан ителә. Ошоноң ише конкурстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Фото: avatars.dzeninfra.ru