Халыҡ сәнғәте өлкәһендә ижади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан гранттарға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сәнғәткә һәм халыҡ ижадына дәүләт ярҙамы департаменты 2024 йылда халыҡ сәнғәте өлкәһендә ижади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт ярҙамын (гранттарын) алыуға дәғүә итеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан проекттар һайлап алыуҙың башланыуы тураһында иғлан итә. Ғаризалар 2023 йылдың 14 июленән 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Гранттар конкурс нигеҙендә 2024 йылда ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бирелә. Халыҡ һәм фольклор коллективтары (профессиональ һәм һәүәҫкәрҙәр); составына халыҡ һәм фольклор коллективтары ингән мәҙәниәт учреждениелары; халыҡ һәм (йәки) фольклор коллективтары булған ойошмалар (дәүләт йәки муниципаль учреждениеларҙан тыш) һәм башҡалар әлеге йүнәлештәге гранттарға дәғүә итә ала. Бер коммерцияға ҡарамаған ойошманан бер генә заявка ҡабул ителә. Грант юллау тәртибе менән Сәнғәткә һәм халыҡ ижадына дәүләт ярҙамы департаменты сайтында танышырға мөмкин. Халыҡ ижадын, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: vmuzey.com