Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айҙар Ғәлимов менән “Башҡорт хужабикәһе” бергә...

Яңыраҡ Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов “Йылы йәй” йырына төшөрөлгән клибын тамашасыға тәҡдим итте. Ул күптәрҙә тик йылы тойғолар тыуҙырған. Улар ошо хаҡта фекерҙәрен, һоҡланыуҙарын яҙалар. Был клиптың тағы ла бер үҙенсәлеге бар – унда билдәле блогер “Башҡорт хужабикәһе” лә төшкән. Әлбиттә, һаҡсы ролендә булған Миләүшә Шәйхелисламованы тамашасы шунда уҡ таныған. ”Бик шәп йыр, клип килеп сыҡҡан! Күпме балаға һөйөнөс булған! Клоун – Айҙар Ғәни улы, София, Самира менән беҙ ҙә йылы йәйҙең бер көнөндә сәйәхәттә булдыҡ. Тәртип һағында тороусы “Башҡорт хужабикәһенә” лә роль килешкән... Йәй дауам итә. Матур булһын авгусыбыҙ ҙа... Йыр ғүмерле булһын! Күктәребеҙ аяҙ, көндәребеҙ ҡояшлы булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Башҡарыусыға һәм авторҙарға яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм уңыштар!” – тип теләгән Рәйсә Хафизова. “Айҙар Ғәлимовтың клибы бик ҡыҙыҡлы. “Башҡорт хужабикәһе” ролде оҫта башҡара, ут инде. Башҡалар улай ҡыҙыҡлы итеп уйнай алмаҫ ине”, – тип яҙған Ситора Кашапова. “Ике кеше, уларҙың ижадынан ҡәнәғәтлек алам! Айҙарҙың тауышы һәм Миләүшәнең юморы”, – тип һоҡланыуҙарын белдерә күптәр. Ысынлап та, бик йылы клип төшөргәндәр. Күптәрҙә "Айҙар ниңә Миләүшәне һайлаған?" тигән һорау тыуғандыр. Быға яуабы ла ябай: Миләүшә хәҙер артистарҙы ла уҙҙырып ебәрә бит! Ул ижади эҙләнеүҙәре, яңы образдар һәм алымдар ҡулланыуы менән күптәрҙе хайран итә, шуға ла ла социаль селтәрҙә тамашасыны күпләп йыйыуға өлгәшә. Фото: скриншот, видеояҙма - vk.com/aidar.galimov Фото: vk.com/ataysalrb