Башҡортостан Республикаһында "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырылған "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы еңеүселәре билдәләнде. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылып, уңышлы эшләп килә. Быйыл педагогик кадрҙар талап ителгән ауылға йәки бәләкәй ҡалаға күсеү һәм ундағы мәктәпкә эшкә урынлашыу теләген белдергән өс уҡытыусы еңеүсе тип танылды. Улар Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы 1-се мәктәптә (башланғыс кластар уҡытыусыһы), Бәләбәй районының Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбендә (математика уҡытыусыһы) һәм Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә (башланғыс кластар уҡытыусыһы) эшләйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан республика биләмәһендә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләй. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып дүрт йыл эсендә Башҡортостандың 150 уҡытыусыһы берәр миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам алған. 2024 йылда бер миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсацияны ике уҡытыусыға биреү ҡаралған. Программа 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Фото: “Башинформ” агентлығы.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы еңеүселәре билдәләнде
5 августа 20235 авг 2023
~1 мин