Азат Шамил улының ике туған ҡустыһы ла бында, танкист булып хеҙмәт итә. Йүнәлештәрҙең береһендә әле ҡаты танк һуғыштары бара, ул унда ҡатнаша. Тормош аяуһыҙ ҡанундарҙан да торған булып китә ҡайһы саҡ. Ил, халыҡ өсөн дуҫтарың, улай ғына түгел, һәр һалдат, һәр ир-азамат менән йәнеңде аямай ҡаты алыштарға инәһең, күпме ғүмергә ҡалыр яралар алаһың, ҡайғы-хәсрәт кисерәһең, шул уҡ ваҡытта мөмкинлек булғанда барын ҡурсалап, утлы дауылға ҡаршы таш ҡая булып та тора алаһың, ә бындағы “диван эксперттары”, барыбер аңламай, үҙ ҡағиҙәһе, үҙ алдағы менән башҡаларҙың башын ҡатыра: “Бадранов ҡайҙан яуҙа булһын, ул Мәскәүҙә йөрөй, йә Өфөлә ресторанда күргәндәр”, – тип ағыуын сәсә. Азатты “һәләк иткән” мәғәнәһеҙҙәр ҙә булды. Ул иҫән, ул бар Башҡортостан яугирҙәренең именлеген ҡурсалап, тамағын, өҫтөн ҡарап, кәрәк икән, Мәскәүгә лә елә, кәрәк икән, ғүмерен дә аямай иң алғы һыҙыҡҡа барып етә. – Бында үҙемде файҙалы итеп тойҙом, күңел гармонияһына өлгәштем. Урынға килеп урынлаштым, хәрбиҙәрҙән килгән һорауҙарҙы өйрәндем, аңларға тырыштым, ә аҙаҡ уларҙы хәл итә башланым. Бында барыһы ла аныҡ: ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ, бер-берең менән мөнәсәбәттәр үтә күренмәле. Йәшермәйем, башта бик ҡурҡыныс ине. Фронт линияһындағы хеҙмәттең тәүге көндәре ҡурҡыуҙы еңеү тарихы булды, сөнки билдәһеҙлек менән осрашырға тура килде. Тик был – минең юлым, был юлда еңеүгә өлгәштем, тип әйтә алам. Күп нәмәне тыныс ҡабул итәм. Алдыма командование ҡуйған бурыстар бар. Уларҙы үтәргә кәрәк – уйлап, иғтибарлап, ентекләп! – ул һәр ваҡыттағыса ғорур, һәр ваҡыттағыса эшлекле һәм фәйләсүф. Быларҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә, үҙ ҡолағым менән ишеткәнгә яҙам да. Ситкәрәк, дөрөҫөрәге, ваҡиғанан алға, киттем. “Шаман” менән һелкенә-һелкенә алға табан юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. – Ә ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте был ҡарарығыҙҙы? – тип ҡыҙыҡһынам унан. – Ҡатындың тәүҙә ебәргеһе килмәне, унда һиңә нимә ҡалған, өйҙә генә ултыр, тине. Аңлашыла, борсола, кемдең еңел генә ирен яуға оҙатҡыһы килһен. Ике аҙналап ваҡыт үткәс, аңланы мине, ул үҙе лә чиновник. Ишеү патриот. Кәрәк тирәкте йыҡтыра икәнен белә. – Эшегеҙ яуаплы, – Вәдүт баш һелкеп ҡуя. – Эйе, беҙ “эш” тибеҙ, “һуғыш” тимәйбеҙ. – “Эш” тип ни, алғы һыҙыҡҡа бараһығыҙмы, ут-ялҡындың үҙендә булаһығыҙмы һуң? – дуҫым да әңгәмәгә ҡушыла. – Инәбеҙ инде, унһыҙ нисек еңмәк кәрәк, – йәнле итеп йылмая командир. – Үлемде күп күрҙегеҙме, хәтерҙә ҡалғандары ла әҙ түгелдер? – Миңә иҫтә ҡалырҙай, йән тетрәтерҙәй берәй эпизод һөйләүҙәре кәрәк. Бала саҡтағылай мажаралы кино кеүек. – Булды инде... Һәр һалдат ҡәҙерле, – уфтанып оҙаҡ ҡына алға ҡарап бара. Берәй тарихты иҫкә алмаҫмы, тип сабыр ғына көтөп киләбеҙ. Бер аҙ тынлыҡ. – Яҡын таныштарҙы ла юғалтырға тура килде. “Носорог”тың үлеме ныҡ һиҫкәндерҙе. Әхмәров Рәмис. Иҫ киткес шәп егет, иллене үткән бер әзмәүер. Йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле абзый әле лә күҙ алдында. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө ине. Ул позицияла. Алдынғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар окопына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен “снял” , тик алыҫтараҡ ултырған бер пулеметсы һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик “Носорог” йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип тубыҡлана ла гранатаһын алырға теләп ҡыйшая бирә, уны “добивать” иткәс, шунан ғына ауа. Ана шулай күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметсылар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала. Уның мәйетен тиҙ генә сығара алманыҡ әле. Хәтәр тарих. Бына ҡайҙа ул, Эренбург яҙғанса,“ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ”. Был инде мажара түгел. Юл ситендә янып туҡтап ҡалған, тырнаҡлы тәгәрмәстәре таралып төшкән танк ишаратын күреп, тағы ла һиҫкәнеп китәбеҙ. (фото) Уның һөлдәһен саң-батҡаҡ баҫҡан, күптән туҡтап ҡалғанға оҡшаған. Бөгөнгө заман балаһы уны күрһә, моғайын да, берәй тимер мутант бөжәккә оҡшатыр ине. “Үрмәксе-кеше” фильмында үҫкән быуын би-ит. – Аҡса эшләргә килеп, үлеп ятсы әле... – тип ысҡындырам. Әҙәпһеҙмен дә инде. Был һүҙҙәремде “Шаман” тыныс ҡабул итте. Шулай ҙа, улай тимә, тип ҡуйҙы. Телефонын ҡарап алғас: – Күбеһе йөрәк саҡырыуы буйынса ҡулына ҡорал ала. Араларында ҡасандыр яу яланын үткәндәр, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп ялға китеүселәр күп. Мин “выплаты” менән шөғөлләнәм. Күптәр менән был мәсьәлә буйынса аралашырға, аңлашырға тура килә. Ышаныс менән әйтә алам, контракт буйынса килеүселәрҙең утыҙ проценты аҡса эшләргә тип килгәндер. Ә ҡалғандары был биләмәләге эшен, хеҙмәтен намыҫ, выждан бурысы тип ҡарай. – Ундай егеттәребеҙгә дан, әлбиттә. Шулай ҙа бала, ҡатын... – Юҡ. Һорауығыҙҙы аңлайым, аҡса түләү буйынса проблемалар юҡ, – “Шаман” үҙен иҫ киткес тыныс тота. – Кәмендә беҙҙең Башҡортостан буйынса түләүҙәр ваҡытында барып етеп тора. Әгәр ҙә ниндәйҙер мәсьәләләр килеп сыҡһа, Хеҙмәт һәм социаль хеҙмәтләндереү министрлығы аша хәл итәбеҙ. Рәсәйҙең Оборона министрлығы аша айырым мәсьәләләр килеп сыға, әлбиттә. Әйтәйек, компьютерҙа исем-шәрифе дөрөҫ яҙылмау арҡаһында йә башҡаһы булыуы мөмкин, улары ла үҙ яйы менән хәл ителә. Ғөмүмән, был өлкәлә һорауҙар хәҙер юҡ тиерлек. Дауамы бар.