Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин һәм уның иптәштәре – Марат Абдуллин, Илнар Дәүләтов, Дарвин Йомағолов, Марат Сабитов менән бергә тупланып, “УАЗ” автомобиле һатып алған. Был автомобилдең двигателен, йөрөү системаһын ремонтлағандар, буяуҙарҙы яңыртҡандар, өҫтәмә тәгәрмәстәр һатып алғандар, конструкцияны көсәйткәндәр. Машина гуманитар конвой менән махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. “Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам иткән Кушнаренко районы кешеләренә ҙур рәхмәт. Бергәләп мотлаҡ еңәсәкбеҙ”, - тип уртаҡлашты Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов. “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Альбина Ғәзизова, һәр гуманитар ярҙам ебәреү яугирҙәр өсөн бик мөһим, тип билдәләне. Һәр посылка, тыуған яҡтың һәр хәбәре яугирҙәребеҙгә таяныс һәм ярҙам булып тора. Яҡташтарыбыҙ уларға ышаныуыбыҙҙы һәм батырлыҡтарын ҡәҙерләүебеҙҙе белә. Беҙҙең район халҡы гуманитар йөк йыйыуҙа әүҙем ярҙам итә һәм еңеүгә ихлас ышана. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт”, – тине Альбина Ғәзизова. Фото: bashkortostan.er.ru