Уңған баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыяр өлгөрҙө, ҡыҙыл ҡарағаттар ҡыҙарҙы. Әйҙәгеҙ, был юлы күптәргә ятыраҡ тойолған яңы ысул - ҡыярҙы ҡыҙыл ҡарағат менән ҡышҡылыҡҡа эшләп ҡарайыҡ. Былай иткәндә, ҡыяр кетерләк була һәм үҙенсәлекле тәм ала. Маринадланған ҡарағаттар үҙҙәре лә бик тәмле килеп сыға. Иң мөһиме, был осраҡта ҡыяр уксусһыҙ маринадлана. Уны ҡыҙыл ҡарағат алмаштыра. Ингредиенттар: ҡыяр — 600 г һарымһаҡ — 2 эре теш һуған — 1 баш ҡыҙыл ҡарағат— 1,5 стакан ҡара борос— 3 борсаҡ ҡәнәфер — 3 бөртөк Рассол өсөн: һыу — 1 литр шәкәр — 1аш ҡалағы тоҙ — 2,5 аш ҡалағы. Әҙерләү: — ҡыярҙарҙы йыуабыҙ, кәмендә 2 – 3 сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ— банка төбөнә ҡарағат япраҡтары, һарымһаҡ киҫәктәре, һуған балдаҡтары һалабыҙ— ҡарағатты таҙартып йыуабыҙ— ҡыярҙарҙы банкаға вертикаль рәүештә тығабыҙ, араларына ҡарағат тултырабыҙ— банканы ҡайнар һыу менән тултырып 5 – 10 минут тотабыҙ.— һыуҙы банканан кире кәстрүлгә бушатабыҙ ҙа рассол яһайбыҙ: ҡайнап торған һыуға тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ— рассо