Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡоролоҡ арҡаһында 26 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелгән

Тейешле Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн ҡул ҡуйған. Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында хәл киҫкен тора. Был райондарҙа 28 авгусҡа тиклем махсус режим индерелә. Район хакимиәттәренә ҡоролоҡтоң эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән саралар күрергә тәҡдим ителә. 10 авгусҡа тиклем Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәренә урындарға сығып баҫыуҙарҙа юғалтыу күләмен асыҡларға кәрәге билдәләнгән. Ҡоролоҡ үҙенекен итә, быйыл баҫыуҙарға ужым культураларын йыйыуға ауыл хужалығы тармағы ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк төштө. Әлегә 545 мең тонна иген йыйылған, ураҡҡа төбәктең 49 районында сыҡҡандар. 260,3 гектар ужым һәм ярауай культуралар сабылған, шуларҙың 232,8 мең гектары һуғылған. Әлегә Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылыҡты бирмәй. Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.