Краснокама районының Яңы Йәнйегет ауылында йәшәүсе Марсельеза менән Ибраһим Камбаровтар элек ҡалала ғүмер итһәләр, бөгөн ауылдың иң уңған ғаиләләренең береһе. Йорт-ихаталары тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра: баҡсалары ла гөрләп үҫә, теплицаларында помидорҙарының әллә нисә сорты бешеп ултыра. – Март айында уҡ үрсетмәгә помидор, борос һымаҡ йәшелсәләрҙе сәсә башлайым. Шул ваҡыттан эш тынмай. Ҡыярҙарҙы июнь башында ашай башланыҡ, - тине егәрле хужабикә. Донъяларын күркәм итеп кенә тотмайҙар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуҙары ла һоҡландыра. Марсельеза Ҡасим ҡыҙы - ауылдың "Йәшлек" вокаль ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе. Автор фотоһы.