Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ял көндәрендә лә республикала һыуға батыусыларҙың һаны кәмемәне. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, республиканың һыу ятҡылыҡтарында өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн кәүҙәләрен эҙләйҙәр. Кисә, 5 августа, кисен ведомствоға һыуға батҡан кешеләр тураһында бер нисә хәбәр килә. Тәүге шылтыратҡан ҡатын әйтеүенсә, Шаран районы Яңғаул ауылы янындағы күлдә һыуҙа 40 йәшлек ир һәләк булған. Ул, иҫерек килеш, күлде йөҙөп сығырға теләгән: уртаға тиклем йөҙөп барған, шунан һуң ул күҙҙән юғалған. Краснокама районында Кама йылғаһында ла үлемесле хәл булған. Ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан ир-егет әйтеүенсә, ул компанияға ағалы-ҡустылылар йылғаға ял итергә килгән. Ике туғаны, резина кәмәлә күлдә йөҙөргә булған. Кәмә түңгәрелгән, бер ир үҙаллы йөҙөп сыҡҡан, икенсеһе юҡ. Тағы бер бәхетһеҙ осраҡ Ауырғазы районында теркәлгән. Кисә төнгө 12-се яртылар тирәһендә Ауырғазыла йәнә бер кеше Нужа быуаһында, Месели ауылы эргәһендә