Донъяның 30 иленән килгән Сурдлимпия спортсылары өсөн Башҡортостан 10 көнгә тыуған өйгә әйләнәсәк. 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» Сурдлимпия уйындары үтә. Рәсәй - спорт һәм уның идеалдары өсөн сығыш яһаусыларҙы ихлас ҡабул иткән ҡунаҡсыл ил. Спортсылар бында уларҙы йылы ҡабул итеүҙәрен билдәләй, шулай уҡ сәйәсәттең спортҡа ҡыҫылышы булмаҫҡа тейешлеген билдәләй. «Сурдлимпия ярыштарының Өфөлә үтәсәген ишетеп, бик шатландын. Ҡала матур һәм бында бәхетле кешеләр күп. Рәсәйҙә бөтәһе лә һәйбәт. Спорт һәм сәйәсәт бер-береһенә ҡамасауламаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем», - ти Америка Ҡушма Штаттарынан Брэди Перри. Спортың 10 көн буйына Рәсәй, Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, АҠШ, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа ерҙәрҙән килгән сурдлимпиялылар миҫалында донъя илдәрен берләштергән көс икәне күрһәтеләсәк. Фото: Брэди Перриҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Сурдлимпия спортсылары 10 көн Башҡортостанда буласаҡ
23 июля 202323 июл 2023
~1 мин