Өс ҡатлы бәлеш бешереп алайыҡ. Ҡамыр өсөн:2 стакан он,200 грамм май,һыу йәки һөт - 100 мл,шәкәр ҡомо - 100 грамм, бер семтем тоҙ һәм сода алына. Эслек өсөн:күрәгә - 200 гр,ҡара емеш - 200 гр,лимон - 2 дана (ҙур булмаған),шәкәр - 9 аш ҡалағы кәрәк буласаҡ. Әҙерләү:майҙы он менән (он валсығы булғансы) ыуырға кәрәк. Ошо массаға шәкәр, сода һәм тоҙ өҫтәйбеҙ. Әкренләп һөт һалабыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп алып ҡуйып торабыҙ. Ҡара емеште, күрәгәне һәм лимонды айырым-айырым блендерҙа ваҡларға, һәр береһенә 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә. Әҙер ҡамырҙы йәйеп, табаға ҡатлам-ҡатлам һалырға. Ҡатламдың беренсе өлөшөнә - ҡара емеште, икенсе өлөшөнә - күрәгәне, өсөнсө өлөшөнә лимонды һалырға. Дүртенсе ҡатламды иң өҫкә йәйеп, майлап, сәнске менән тишкеләргә. 180 градуста 40 минут бешерергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Фото һәм текст сығанағы:"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.