Мәләүездән эшкәртеү предприятиеһы Ҡытайға тауар экспортын арттырҙы, тип хәбәр итә "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан предприятиеһы продукцияһы сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса ҡулланыусыларға оҡшаған, тип иҫәпләй белгестәр. Сираттағы партия – 17,194 тонна ҡоро һөт рәсми тикшереү һәм рәсмиләштереү, шулай уҡ лаборатория тикшеренеүҙәре үткәрелгәндән һуң Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, йыл башынан Ҡытай Халыҡ Республикаһына Мәләүез предприятиеһының һөт продукцияһын дүртенсе тапҡыр оҙатыуы. Бөтәһе 13 партия – 65,044 тонна ҡоро һөт экспортҡа сығарылған. Башҡортостан предприятиеһы тауарын Ҡытайға автомобилдә ебәргән. Шуны ла билдәләп үтәйек, Ҡытай республика аграрийҙары өсөн иң ҡыҙыҡлы һәм киләсәкле баҙарҙарҙың береһенә әүерелә. Мәҫәлән, июль башында Күмертауҙан 95 тимер юл флекситанкаһында ике мең тоннанан ашыу үҫемлек майы экспортҡа оҙатылған. Республикала үҫтерелгән етен дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Хәтерегеҙгә т