Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баҡсасылар бармы бында?

Бөгөнгә республикала 1,5 миллион кеше баҡсасы тип иҫәпләнә, тип белдерҙе Рәсәй баҡсасылар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ринат Миһранов. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда бөтәһе 1500 баҡса ширҡәте бар. Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Республиканың 500 мең кешеһенең дача һәм баҡса участкалары бар, был - ысынлап ҙур армия. “2022 йыл Башҡортостан баҡсасылары өсөн ҙур ыштылыш йылы булды. Тәүге тапҡыр баҡсасылыҡ кеүек мөһим социаль һәм иҡтисади секторға аныҡ ярҙам, финанслау күрһәтелде, — тип билдәләне Ринат Миһранов. - Бер йылда 74 баҡсаға юлдар яңыртылды. Шуныһы мөһим, баҡса ширҡәттәренә юлдар һалыу быйыл да дауам итә. Ниһайәт, СНТ-ның энергетика инфраструктураһын яңыртыу буйынса тәүге аҙымдар яһала. Туҙған электр селтәрҙәре, дөрөҫ булмаған энергия иҫәп-хисабы - республика ғына түгел, ә дөйөм Рәсәй проблемаһы. Әлбиттә, бында беҙгә һуңғы һөҙөмтәләргә тиклем алыҫ, әммә ҡайһы бер алға китештәр башланды. Мәсьәләгә иғтибар бүленде лә инде. Һәм башҡа бөтә нимәлә лә баҡсасыларҙың республика властарына рәхмәте ҙур. Баҡсасы ла кеше”. Рәсәй Баҡсасылар союзының төбәк бүлексәһе етәксеһе фекеренсә, Башҡортостанда баҡсасыларҙың сығымдарын ҡаплау 2022 йылдың мөһим ҡаҙанышы булған. Икенсе төрлө әйткәндә, баҡса ширҡәттәре сығымдарын республика бюджетынан субсидиялау башланды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ баҡсасылыҡҡа кире ҡайта башланы. Бер нисә йыл элек ташландыҡ хәлдә торған баҡса участкаларында хужалар барлыҡҡа килде. Хәҙер кешеләр ял менән файҙалы ваҡыт үткәреүҙе хуп күрә. Автор фотоһы.