Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мал аҙығы өҫтәмәләре экспортҡа сығарыласаҡ

Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы Ҡытайға ауыл хужалығы малдары өсөн мал аҙығы өҫтәмәләрен экспортҡа сығарасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының белгестәре предприятиела мал аҙығы өҫтәмәләре сығарыу буйынса етештереү процестарын ветеринар-санитар тикшереү үткәргән һәм ыңғай баһа биргән. Завод тауары – “Агидол” мал аҙығы өҫтәмәһе Ҡытайға һатыласаҡ. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы – донъяла иң эре фенол антиоксиданттары, шул иҫәптән “Агидол-1” мал аҙығы өҫтәмәһе етештереүселәрҙең береһе. Ул төрлө мал аҙығында, техник һәм аҙыҡ майҙарында, майҙарҙа, балыҡ, һөйәк һәм үлән ононда окисланыу процестарын тотҡарлау, каротин һәм витаминдарҙы һаҡлау өсөн стабилизатор сифатында ҡулланыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли

Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы Ҡытайға ауыл хужалығы малдары өсөн мал аҙығы өҫтәмәләрен экспортҡа сығарасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының белгестәре предприятиела мал аҙығы өҫтәмәләре сығарыу буйынса етештереү процестарын ветеринар-санитар тикшереү үткәргән һәм ыңғай баһа биргән. Завод тауары – “Агидол” мал аҙығы өҫтәмәһе Ҡытайға һатыласаҡ. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы – донъяла иң эре фенол антиоксиданттары, шул иҫәптән “Агидол-1” мал аҙығы өҫтәмәһе етештереүселәрҙең береһе. Ул төрлө мал аҙығында, техник һәм аҙыҡ майҙарында, майҙарҙа, балыҡ, һөйәк һәм үлән ононда окисланыу процестарын тотҡарлау, каротин һәм витаминдарҙы һаҡлау өсөн стабилизатор сифатында ҡулланыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.