Горобзор хәбәр итеүенсә, 19 июлдә Өфөнөң Берҙәм логистика үҙәгенән махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәм Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам менән сираттағы ылау юлға сыҡты. Был юлы ете йөк машинаһы тейәлгән. Уларҙа төрлө йөк: шәхси хаттарҙан алып машинаға тиклем, хатта Донбасс коллекцияһы өсөн Нестеров исемендәге музейҙан сәнғәт әйберҙәре лә бар. Йөк машиналары, ғәҙәттәгесә, колонна менән китә, ә уларҙы ҡотҡарыусылар оҙатып йөрөй. Уҙытамаҡ ауылының янғын бүлеге начальнигы урынбаҫары Альфред Бойков МХО зонаһына икенсе тапҡыр бара. Водитель Вячеслав Асеев гуманитар ярҙамды 35 тапҡыр алып барған. Уға 69 йәш, 52 йыл рулдә йөрөй. Водителдәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙылар. Республика премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ветеран Вячеслав Асеевтың ҡулын ҡыҫа һәм 2 ғинуарҙа, уғаа 70 йәш тулған көндө, төбәк етәкселеге уны мотлаҡ ҡотлаясағын белдерә. Ирек Сәғитов әйтеүенсә, гуманитар йөктө йыйыуҙа туғыҙ район һәм ҡала ҡатнашҡан. Фото: gorobzor.ru