Матди-техник йыһазландырыуҙы арттырыу маҡсатында Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урман инспекторҙары эше өсөн 72 берәмек ҡорамал һатып алған. Был - дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумға торошло фототоҙаҡтар, шәхси видеорегистраторҙар, үлсәү приборҙары, навигация ҡорамалдары, квадрокоптерҙар. Һатып алыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектының (национальный проект "Экология") “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек район-ара территориаль бүлектәргә урман-патруль машиналары тапшырылды. Проект буйынса был техниканы һатып алыуға бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 31,9 миллион һум тәшкил иткән. Пилотһыҙ осоу аппараттарын урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙы асыҡлау, урман участкаларын тикшереү, урман фондына алыҫтан мониторинг үткәреү һәм урман ултыртыуҙарҙы ҡырҡыуҙы контролдә тотоу өсөн урмандарҙы патрулләгәндә ҡулланыу планлаштырыла. Федераль һәм дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Эльмир Хөсәйенов билдәләүенсә, урман инспекторҙарын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү – урман һағының һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән стратегик бурыстарҙың береһе. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.