Был аҙнала, йәғни 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә үтәсәк “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпиада уйындарында 30 илдән 2000-дән ашыу һаңғырау спортсы 21 дисциплина буйынса наградалар өсөн көрәшәсәк. Бадминтон, баскетбол, боулинг, велоспорт — тау велосипеды, велосипедта йөрөү, юл, волейбол, пляж волейболы, гандбол, грек-рим көрәше, дзюдо, карате, өҫтәл теннисы, йөҙөү, пуля менән атыу, самбо, ориентирлау, теннис, тхэквондо, футбол һәм башҡаһы буйынса ярышасаҡтар. Сара Өфөнөң 13 спорт объектында үтәсәк. Уйындарға 500-ҙән ашыу судья, 50 ым-ишара теле тәржемәсеһе һәм 200 ирекмән йәлеп ителәсәк. “Телешко” телестудияһының ижади командаһы Өфө урамдары буйлап йөрөп, йәштәргә һәм үҫмерҙәргә Сурдлимпиадаға ҡағылышлы төрлө һорауҙар биргән һәм ҡыҙыҡлы яуаптар ишеткән. Видеоларҙы ҡарап алайыҡ!