Ханты-Манси автономиялы округ губернаторы урынбаҫары Павел Ципорин ошо көндәрҙә Өфөлә үтәсәк “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” форумына ҡарата үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уны илдең билдәле эксперт майҙансығы тип атаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһында 26 июлдән 28 июлгә тиклем IV “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” халыҡ-ара форумы үтәсәк һәм ҡалаларҙы һанлы үҙгәртеп ҡороу өлкәһендә быйыл йәйҙең төп ваҡиғаһы буласаҡ. Әйткәндәй, Ханты-Манси автономиялы округы был форумды 2018 йылда ҡабул иткән. Унда дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 52 ил вәкиле һәм Рәсәйҙең 60 төбәгенән эксперттар йыйылған. Округта сараны ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, Павел Ципорин тәжрибә туплаған кеше һәм Башҡортостанда үткән форумға ла килергә йыйына. Фото ТАСС мәғлүмәт агентлығынан алынды.