Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Иҫән генә бул инде, ҡыҙым!”

Башҡортостанда йәнә 34 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе Гөлназ Ниғмәтуллинаны эҙләйҙәр. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә. Улар ҡатындың әсәһе менән аралашҡан. Әсәй кеше әйтеүенсә, ул ҡыҙы менән һуңғы тапҡыр 6 июлдә телефон аша һөйләшкән. Шул кистән һуң Гөлназ бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Шуныһы, ауылда ҡатынды бәләкәй ҡыҙы көтә, әле ул өләсәһе менән йәшәй. – Нимә уйларға ла белмәйем. Ҡыҙым йәнә аҡса эшләргә тип Өфөгә китте, йәнә теге ир менән сыуалған. Ул Гөлназға насар тәьҫир итә. Ҡурҡам, ҡыҙым менән берәй нәмә эшләп ҡуймаһын ине. Гөлназ быға тиклем ошолай оҙаҡҡа юғалғаны юҡ ине, ул бит ҡыҙын ныҡ ярата. Ул тере булһын тип кенә теләйем. Зинһар өсөн, әгәр уны күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ миңә. Иҫән, уның менән барыһы ла һәйбәт тип кенә әйтегеҙ, – ти ул. Гөлназдың буйы 165 см, уртаса буй-һынлы, ҡыҫҡа ҡыҙғылт-һары сәсле, күҙҙәре көрән. Ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәк, һоро, аҡ лампаслы спорт трикоһы, хаки төҫөндә тапочка кейгән булған. Гөлназдың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, уны эҙләүҙе ойошторған “БаРС” ирекмәндәренә 8(937)-102-112 телефоны буйынса, полицияға, йәки Гөлназдың әсәһенә 8(927)943-91-51 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала. Фото: "КП-Өфө".