Халыҡ үҙ-ара һөйләштә Шүлгәнташ мәмерйәһен - Капова, Мауыҙҙыны - Банное, Елмерҙәк тауын - Тещин язык, Ирәкташты Инзерские зубчатки тип йөрөтә торғас, быларға республика буйлап юлдарҙа ҡуйылған иҫтәлекле урындарҙың күрһәткестәрендәге хаталар ҙа өҫтәлде. Белорет районында юл буйында "Розовые скалы" тигәне тора. Ә бит ул ер башҡортса Шәреташ, Ҡыҙылташ тип йөрөтөлә... Әле килеп Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышынан юл күрһәткестәре фотоһүрәттәрен ебәрҙеләр. Унда ауылдарҙың руссаһы ғына түгел, башҡортсаһы ла шыр хаталы яҙылған. Үкенес, башҡорт йәмәғәтселеге нисәмә йыл көрәшеп тә, һаман алтаҡталарҙың, юл күрһәткестәренең дөрөҫ яҙылышына өлгәшә алмай. Ошоға яуаплы вазифалы кешеләр телде белмәһен дә, ти. Шулай ҙа урындағы етәкселек, йәмәғәтселек, башҡорт ҡоролтайы ағзалары менән кәңәшләшеп башҡара алмайҙармы икән был эште? Күп аҡса түгеп урынлаштырыр алдынан, ошо дөрөҫ яҙылғанмы, тикшереп бирегеҙ әле, тип үтенес белдереп булмаймы, исмаһам? Һеҙҙең яҡта ауылдарҙың, ер-һыу атамаларының исеме дөрөҫ яҙылғанмы? Ошондай "яңы ауылдар" барлыҡҡа килмәгәнме?..