Банк эксперттары «Элемтә, коммуникациялар, һанлы иҡтисад» йүнәлешендә Рәсәй Дәүләт советы комиссияһы эшсе төркөмөнөң асыҡ ултырышында, «МКД менеджменты өлкәһендә һанлаштырыу», «Хәүефһеҙ ҡала», «Һаулыҡ һаҡлауҙы һанлы үҙгәртеп ҡороу» стратегик сессияларында һәм «Инфраструктураны булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә аҡыллы ҡарарҙар» панель ултырышында ҡатнашасаҡ. «Аҡыллы ҡала — аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы бөгөн белгестәр өсөн аралашыу майҙансығы булып тора, унда, ғәҙәттәгесә, донъя-ара хеҙмәттәшлек һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу мәлендә проблемаларҙы хәл итеүҙә яңы башланғыстар һәм алымдар тыуа. Форумдың стратегик маҡсаты — бизнес һәм эре дәүләт көйләүселәре, клиенттар араһында туранан-тура бәйләнеш аша алға китеш маҡсаттарын һәм уларға өлгәшеү юлдарын билдәләү. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының һанлаштырыу буйынса ҡарарҙары, банк эшенән тыш, хәҙер күп тармаҡтарҙа — туризмдан алып медицинаға тиклем — ҡулланыла. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе менеджеры Азамат Сәлихов былай тип билдәләй: «Беҙҙә
Һаҡлыҡ банкы “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында ҡатнаша
22 июля 202322 июл 2023
1 мин