Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан алыҫ түгел урында еләк йыйып йөрөгән кешеләр айыу үкергәнен ишетеп ҡала. “Сибай. Подслушано в Зауралье” телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, шул уҡ урында көтөүсе йылҡы өйөрөн көтөп йөрөгән. Айыу килеп сығыу менән көтөүсе аттарҙы икенсе урынға алып киткән, ә ял иткән кешеләр тиҙ генә әйберҙәрен йыйған да машинаға ултырып китә һалған. “Айыуҙың тауышын ни бары 50-70 метр алыҫлыҡта ишеттек, урман ситендә генә ине”, – ти кешеләр. Һуңғы ваҡытта ауылдар тирәһенә ҡырағай йәнлектәр килеүе тураһында хәбәрҙәр артты. Ғәҙәттә, һаҡ булған айыуҙарҙың был ҡылығын урманда янғындарҙың артыуы менән бәйләйҙәр. Йәнлектәр аҙыҡ эҙләп кешеләргә яҡын килергә мәжбүр була, күрәһең. Һәр хәлдә урманға барғанlа һаҡ булырға кәрәк. Фото: "Башинформ".