Сәфәргә әҙерлек мәлендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Шамил улы Бадранов менән даими бәйләнештә булдыҡ. Ул да төплө кәңәштәрен бирҙе, яугирҙәрҙең тормош-көнкүрешен күреп, үҙҙәре менән шәхсән аралашып ҡайтыу ниәтен хупланы. Һәм бына беҙ уның алғы һыҙыҡтан ҡайтҡанын һәм ниндәй күрһәтмә бирәсәген көтәбеҙ. Ятаҡта вахтер ике электр сәйнүге табып бирҙе, юлдан һуң сәй эсеп алдыҡ, беренсе тушенкаларҙы асып ебәрҙек.– Башланды һалдат тормошо, – тигән булам, ҡалағымды ялап. Вәдүт ҡысҡырып көлә:– Һорарбыҙ, һалдат тормошо ҡалаҡ күтәреүҙән башланамы, әллә ҡулға ҡорал алыуҙанмы? Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй, колледж алдындағы магазинға һуғылырға булдыҡ, нимәләре бар, хаҡтары нисек, тигәндәй. Урамға яңғыҙ сығырға ярамай, тип иҫкәрткәйнеләр, шуға өсәү: Вәдүт, мин, Наил исемле өлкән йәштәге водителебеҙ юлландыҡ. Эйе, яңғыҙ ярамай, юғалған кешеләр бар, диверсанттар машиналарына һөйрәп индереп ултыртып ала ла китә икән. Һәм – теге яҡ армияһына. Был турала колледж һаҡсылары ла һөйләп торҙо. Берәү менән йылмайып һөйләшеп торған һатыусының беҙҙең килеп инеүгә күҙгә күренеп һөмһөрө ҡойолоуын күргәс, тәүҙә ҡапыл аптырап ҡалдыҡ. Бер секунд эсендә кеше шулай үҙгәрә ала икән. Наил ағайға теш пастаһы, һабын кеүек әйберҙәр кәрәк ине, ни һораһа ла, ҡырыҫ ҡына яуап бирә, үҙегеҙ күрәһегеҙ бит, тип кенә ҡуя. Вәдүт менән кефир, һөт-фәлән алырбыҙ, тинек тә, кире уйланыҡ, барыбер аш булып бармаҫ кеүек. Прилавкала ятҡан бер өйөм гәзитте күреп ҡалғас, ғәҙәт буйынса, һорай ҡуйҙым:– Таратаһығыҙмы?– Нисек “таратаһығыҙмы”? Һатабыҙ, беҙҙә – 30 һум, ҡалала – 35 һум.Алдым. Наил ағай әйберҙәренә аҡса түләгәс:– Әҙерәк яғымлыраҡ булып булмаймы ни? Беҙ бында ҡунаҡ ҡына, – тине.Сыҡҡанда, “ҡунаҡ имеш берәү” тигән ыҫылдауы ҡолаҡҡа салынып ҡалды. Алтмышты уҙған Наил абзый, сыҡҡас:– Оккупант итеп күрә, ә беҙҙең һалдаттар үҙ ғүмерҙәре менән уларҙы нацистарҙан, Америка эттәренән һаҡлай, әшәке, – тип төкөрөнөп ҡуйҙы. Һуңынан белеүебеҙсә, аралашып йөрөгәс, аңлайһың бит инде, халыҡтың күбеһе беҙҙе яратып, ярҙам итергә әҙер торҙо. Әйтеүҙәренсә, халыҡтың 80 проценты Рәсәй һалдаттарын үҙҙәренеке итеп күрә. 24 битлек “Красный Луч” исемле гәзиттәре яңыраҡ ҡына сыға башлаған, ахыры. Был 2-се һаны. Дүрт бите төҫлө, ҡалғандары аҡлы-ҡаралы. Гәзит Рәсәй Президенты В.В. Путиндың: “Донбасс халҡын һаҡлап ҡалыу – махсус операцияның иң төп маҡсаттарының береһе. Был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, мин быға ышанам”, – тигән һүҙҙәре менән асыла. Шулай уҡ Рәсәй составына яңы ингән дүрт өлкәгә ҡағылышлы документтар хаҡында ла мәғлүмәт бар. Ҡалалағы ыңғай үҙгәрештәр, медицина өлкәһендәге ғүмерҙә күрмәгән яңы ҡорамалдар килеүен тәфсирләп яҙғандар. Өсөнсө биттең башында “Премьер-министр Башкортостана посетил Красный Луч” тигән баш шунда уҡ беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте. Андрей Назаровтың бында социаль һәм торлаҡ объектарҙы ҡарап, ҡала кешеләре һәм төҙөүселәр менән осрашыуы, урындағы етәкселек менән айырым мәсьәләләрҙә фекер алышыуы хаҡында әйтелә. “Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алған беҙҙең республика быйыл күп фатирлы 20 йортто, өс мәктәпте, ике балалар баҡсаһын аяҡҡа баҫтырасаҡ. Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндереү эштәрен дә башларға торабыҙ”, – тип белдерә беҙҙең Премьер-министр. Алға китеп шуны ла әйтәйек, килеүебеҙҙең өсөнсө көнөндә беҙ ҙә төҙөлөш эштәре менән танышҡанда, унда эшләп йөрөгән урындағы халыҡтың беҙҙең Премьер менән осрашыуҙарын йылы тәьҫораттар менән һөйләүенә шаһит булдыҡ. Уларҙың бер фекере оҡшаны: – Беҙ уның башта Премьер икәнен дә белмәнек. Ябай, бик итәғәтле. Килде лә тәүҙә мәктәп менән, эш менән тыныс ҡына, бер кемгә ҡамасау итмәй танышып сыҡты. Шунан ғына эшлекле аралашыуға тотондо. Әлеге гәзиттең урталағы ике төҫлө битендәге“Ҡәҙерле минең алтын баш ҡалам Мәскәү” тигән материалда Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарына экскурс яһалған. Бер бит итеп июнь айында Рәсәйҙең тарихында булған мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Эйе, аңлашыла: халыҡҡа нисек тә күберәк Рәсәй, үҙҙәре һайлаған яңы илдәре хаҡында мәғлүмәттәр, дөрөҫ рәсми яңылыҡтар биреү күпкә яҡшыраҡ. Бында барыһы ла Рәсәй телевидениеһы каналдарын ҡарай. Мәғлүмәт һуғышы яландағы атыш-алыштан да хәтәрерәк шул. Ҡайҙа фейк, ҡайҙа хаҡлыҡ – аңлауы ла ауыр. Шуға был йәһәттән дә эштең тейешле кимәлдә ҡуйылыуы бик мөһим. Беҙҙең килеүгә был колледж биләмәһендә тағы бер кеше – тулы кәүҙәле, һәр саҡ һаҡсы кейемендәге өлкән йәштәге бер ағай бик ҡыуанды. Тегеләй үтһәк тә, ҡапҡа янына килһәк тә, йүгереп тигәндәй килеп етә. Ниндәй йомош бар, һорағыҙ, тип кенә тора. Танышып киттек. Михаил икән, Псковтан булып сыҡты. Шуға яҡын күреүе.– Оһо, почти яҡташ, – тип ебәрҙем тегегә. Бында ни, ҡайҙа ятҡан Псков русы ла, кем әйтмешләй, бер туған ғына бажа.– Эйе-эйе, бөтәбеҙ ҙә Рәсәйҙән, – тигән була. Баҡһаң, бында мөһим һәр объект һаҡлана икән. Улар Псковтан ниндәйҙер шәхси һаҡ ойошмаһынан килеп, ошо колледж биләмәләрен һаҡлайҙар, шикле әҙәмдәр күрһәләр, хәбәр итәләр. Өс ай бында булалар ҙа ай ярым ял итәләр. – Халыҡ нисек ҡабул итә һеҙҙе? – тип һорайым. Ҡарт һүҙгә әүәҫ, кинәнеп һөйләй. Уға әңгәмәсе генә булһын.– Һәйбәт ҡарайҙар. Красный Луч – тыныс урын. Шулай ҙа бында ла "укроптар" бар. Уларҙы "ждуны" тип йөрөтәләр. Үҙҙәренекен көтөүселәр. Теге шартлаған ҡунаҡхана бар бит, ана шулар координаттарын ебәреп бомбаға тотторған да инде. Халыҡ уларға "не дождутся", тип кенә ебәрә. – Ҡурҡыныс бит.– "Ждундар" – аҫтыртын халыҡ. Беҙҙекеләр Запорожьела мәктәп, балалар баҡсаларын һаҡлайҙар. Ана унда украиндарҙың һөжүмен көтөп, әҙерләнеп бөткән төркөмдө тоттолар. "Ждундар" беҙҙең егеттәргә һөжүм итергә йыйынғанда ғына өҫтәренә килеп баҫҡандар. Бер көнгә генә һуңлаһалар... Ярай урындағы халыҡтан берәү еткергән. "Ждундар". Үҙҙәренекен көтөүселәрме, әллә диверсанттармы? Уйлаһаң, эстә йөрөгән вирус кеүек бит инде улар, ҡасан аҙып китерен дә белеп булмай. Улар бер нимәне аңламай: Украина күптән еңелде инде, тик беҙ әлегә тулыһынса еңмәгәнбеҙ.– Ун өсөнсө һеҙҙе көтә, килегеҙ! – Ниһайәт, беҙ көткән хәбәр килеп етте. “Ун өсөнсө”нөң ни икәнен, кем икәнен беләбеҙ инде – Бадрановтың позывнойы. Ғөмүмән, бында исем-шәрифкә бик иғтибар итмәйҙәр ҙә, бер-береһенә тик позывнойы менән өндәшәләр. Бар ҡаланы үтеп тигәндәй тейешле урынға барып етәбеҙ. Беҙҙең, республиканың, асфальт заводы урынлашҡан биләмәгә. Азат Шамил улы һәр беребеҙ менән ҡосаҡлап күреште. Һаҡал баҫҡан үҙен. Билендәге ҡайышында йәтеш кенә кобуралы пистолет аҫып алынған. Йөҙөндә бер аҙ арығанлыҡ һиҙелгән кеүек булһа ла, һәр ваҡыттағыса, дәртле баҫа. Ихлас йылмая. Һәр беребеҙгә ентекләп иғтибар бирә, ҡарай. Һүҙебеҙгә лә, күҙебеҙгә лә. Элеккесә күҙенән осҡондар атылып торһа ла, йөҙөндә, айырым хәрәкәттәрендә нисектер баҫалҡылыҡ һәм сабырлыҡ сағылып киткәндәй. БЮТ егеттәре Азат Саҙрыев, оператор Вадим Исламов, водитель Иван Шабрин, блогер Ильяс Батыргәрәев килеп етте. Ситтә һәр таныш йөҙ танһыҡ, тигәндәй, тағы ла шаулап ҡосаҡлашабыҙ. – Нисек килеп еттегеҙ? Ҡурҡмайһығыҙмы? – тип серле генә йылмая Азат Шамил улы.– Беҙ эшкә әҙер, – Вәдүттең дә, беҙҙең дә кәйеф бер төрлө күтәренке. Эргәнән йөк ташыусы “КамАЗ”дар үтеп китә, завод эшләгән тауыш, шау-шыу аҫтында, биләмәһе уртаһына баҫып, бер-беребеҙгә ҡарап хәл белешәбеҙ. Яныбыҙға тағы ла “Ун өсөнсө”нөң ярҙамсы йәш кенә егеттәре килеп етте. Һәр береһе башҡортса һөйләшә. Нисектер уларҙың берҙәм булыуы, бер-береһенең ҡарашынан уҡ аңлап, бер механизм ише хәрәкәт итеүҙәре, белеп эшләгәндәре күренеп тора. Үҙенән-үҙе күңелдә бер тантана хасил. Барыһы ла шау-шыу килгәндә Азат Шамил улы, киреһенсә, бер аҙға шымып ҡалғандай булды, тоҡандырып тәмәке тартып алды. Был тирәлә биш көн йөрөгән арала аңлаясаҡбыҙ, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Оло инәй эргәһендә бөтә донъя әйләнгән кеүек, бында ла бар эш-хәстәр ҙә, мәшәҡәт-хәсрәт тә, шатлыҡ-батырлыҡ та, ҡайғы-юғалтыу ҙа “Ун өсөнсө” тирәләй әйләнә. Ул барыһын да тоташтырып торған бер күпер, ҡая бында. Беҙ алдағы көндәрҙә Азат Шамил улы менән алғы һыҙыҡҡа ла барасаҡбыҙ, бер туҫтаҡтан ашаясаҡбыҙ, әңгәмәләр ҡорасаҡбыҙ, снарядтар аҫтында йоҡлаясаҡбыҙ әле. Был минутта беҙ ул турала белмәйбеҙ. Әлегә ул беҙгә бурыстарыбыҙҙы аңлата һәм һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен өйрәтә. – Һеҙҙең бурысығыҙ бер: халыҡҡа бындағы тормошто түкмәй-сәсмәй еткереү. Әлегә тиклем Рәсәйҙең бер генә төбәгенән дә махсус операция биләмәһендә журналистарҙың бындай ҙур төркөмө булғаны юҡ ине. Һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн беҙ ҙә һәм иң тәүге сиратта үҙегеҙ яуаплы. Әйтелгән ҡағиҙәләрҙе үтәйбеҙ. Бында һәр урында бәлә-хәүеф һағалай, – тине командир. – Бронежилеттарығыҙ бармы? – Бар. – Коллегабыҙ Рөстәм Камалетдинов хәстәре менән Росгвардияның БР буйынса идаралығы биргәйне.– Бик һәйбәт. Һаҡланғанды һаҡлармын, ти тәңре. Ярау мәшәҡәттәре килеп тыуһа, ситкә сығып, ышыҡ урын эҙләп йөрөмәйбеҙ, оялмайбыҙ. “Лепесток”ты (минаның бер әшәке төрө) бер йыл элек ырғытып китергә мөмкиндәр. Танктарға, пехотаға ҡаршы миналар күп. Бер ай ярым-ике ай сама элек, юлдан аҙ ғына сығып (фронт алды йәшәү пунктында ҡәҙимге юл, хәүефте белдергән бер ни ҙә юҡ һымаҡ ине лә), “буханка” шунан боролам тип артҡа биргән һәм танкка ҡаршы минаға эләккән. Һәләк булыусылар бар... Юлдан ситтә ятҡан ҡыҙыҡһындырырҙай нәмәләргә иғтибар бирмәгеҙ. Уның аҫтында шулай уҡ мина йә шартламаған снаряд ятырға мөмкин. Шуға күрә яҙмыш менән уйнамағыҙ ҙа, һынамағыҙ ҙа. Һаҡланыу саралары тураһында һөйләшеүҙән һуң аныҡ бурыстар алабыҙ, аныҡ маршруттар тәҡдим ителә. Ысын һуғыштағы кеүек: асыҡ, аңлайышлы һәм “Есть, үтәргә!”– бер кем дә ҡаршы түгел. Миңә, Вәдүткә, Октябрьский ҡалаһындағы мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдиновҡа, “Башинформ” агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәковҡа Шайморатов һәм Доставалов исемендәге, шулай уҡ мобилизация батальондарындағы яҡташтарыбыҙ менән аралашып, ысын мәғәнәһендә уларҙың тормошон, көнкүрешен күрһәтеү, уй-маҡсатын белеү бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, бер көнөбөҙҙә бында эшләгән яҡташ табиптар, юлсылар, төҙөүселәрҙең дә хәлдәрен белеп сығасаҡбыҙ. “Кызыл таң” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Фәнис Гәрәев, “Аргументы и факты” баҫмаһынан Сергей Кудряшов алыҫҡа Запорожье һәм Херсон өлкәләренә ҡуҙғаласаҡ. “Юлдаш” радиоһынан йәш коллегабыҙ, блогер Венер Фәйзуллин БЮТ хеҙмәткәрҙәре менән Волгоград тарафтарына юллана. Улар унда полкка килтереләсәк ике саптар айғырҙы ҡаршы аласаҡ. Артабан Венер беҙгә ҡушылыр.“Ун өсөнсө”, егеттәрҙең береһенә (беҙҙе сәй эсергән “Мираж”ға) ас әле, тип ымлап, беҙҙе эйәртеп алып китте. Ҙур амбар янына килеп инәбеҙ. Әйткәндәй, уны ошо биләмәлә республиканың таяныс нөктәһе тип тә ҡабул итергә мөмкин. Бар гуманитар ярҙам тәүҙә бында килә лә һуңынан тәғәйен урынына барып етә. Бер ҡайҙа ла тотҡарланмай ҙа, туҡтамай ҙа... Килгән район башлыҡтары үҙҙәре лә алып бара, ҡалғандары февралдән бирле эшләп килгән келәттә урын алып тора ла тәғәйен адресатына юллана. Аңлауыбыҙса, система шул тиклем аҡыллы ҡоролған, был йәһәттән һис кенә лә зарланған һалдатты, командирҙы күрмәнек тә, ишетмәнек тә. Нимә һорайбыҙ, ваҡытында килеп тора, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, тине улар. Келәт әле буш тиерлек. Уның айырым кәштәләрендә ҡайһы бер медицина кәрәк-ярағы ғына һаҡлана ине. Һәм һыуҙар. Яугирҙәрҙең ҡышҡы кейемдәре һаҡланған урын бар. Бина ҙур, кем әйтмешләй, фил өйөрө лә һыя бында. – Хәрбиҙәр ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә, уларҙы йышыраҡ нимә борсой? – тип һорай Эдуард Ҡусҡарбәков. Ғөмүмән, “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе үҙенең әүҙемлеге, эшенә мөкиббән бирелеүе менән мине хайран итте. Ул беҙҙең фотограф та булды. Иҫ киткес профессионал һәм ҡурҡыу белмәҫ икәнен иҫбатланы ул. Уныһы һуңыраҡ. – Һорауҙар күп. Мәҫәлән, айырым студенттарҙы бюджетҡа күсерҙек, кемделер дауалауға ебәрҙек, кәртә кәртәләттек, утын, бесән килтерттек... Ваҡ көнкүреш мәсьәләләре кеүек күренһә лә, һәр береһе артында кеше яҙмыштары ята. Был проблемаларҙы үҙем генә хәл итмәйем. Мин – республика Башлығы Радий Фәрит улы төҙөгән ҙур механизмдың, ҙур системаның бер өлөшө генә. Мине махсус хәрби операцияла Хәбиров сәйәсәтен үткәреүсе тип әйтергә була. – Азат Шамил улы кинәнеп яуап бирә. Арыған йөҙө асылғандан-асыла бара. – Федераль түләүҙәр буйынса ҡытыршылыҡтар булғайны, айырыуса МХО-ның башланғыс мәлдәрендә. Мәсьәлә беҙҙең төбәк ҡарамағында булмаһа ла, хәл ителә. Радий Фәрит улы оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт итте һәм, проблеманы аңлатып, исемлек тапшырҙы. Яу яланында нимә кәрәк – барыһына ла хәбәрҙарбыҙ. Һәр министрлыҡ, һәр ойошма, һәр район башлығы менән бәйләнештә булып, бар мәсьәлә, һәр һорау тейешенсә хәл ителә. Әйтәм бит, аҡыллы система ҡоролған. Беҙ ҙә буш ҡул менән килмәнек. Шағирәләр Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Лариса Абдуллинаның шиғри, минең сая егетебеҙ Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы очерк китапсыҡтары менән бергә, гәзит-журналдар ҙа һалып алғайныҡ. Улар, әйткәндәй, бик тиҙ таралып бөттө. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына сығарылған “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығын тапшырҙыҡ. Азат Шамил улы был томлыҡтарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, “100 яҙыусының 100 йыл эсендә иң шәп хикәйәләре ингәнме?” тип һораны. Һалдаттарға шәп бүләк был, тип ихлас йылмайҙы. Әйткәндәй, уны ҡәләмдәштәр аша Херсон–Запорожье яғына ла ебәрҙем. Өс көндән унда әле хеҙмәт итеүсе, Зәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһы директоры булып эшләгән Марат Зөлҡәрнәевтән хәбәр ҙә килеп төштө: “Ошо томлыҡтарҙың донъя күргәнен ишеткәс тә, беҙгә килеп етерме, тип көтә инек. Һалдаттар шат, ваҡыт булғанда уҡырҙар!” Беҙҙең өсөн ошонан да изге хәбәр юҡ. Бынан тыш, бар тармаҡтағы журналистар тарафынан 700 мең һумға яҡын аҡса йыйылған. Был суммаға өс квадрокоптер, уларға тәғәйен смартфондар, бер тепловизор һатып алынған. Хәлебеҙҙән килһә, вертолет йә пушка ла алып бирер инек тә, ләкин был ҡорамалдар ҙа бик мөһим. Бүләктәрҙе Азат Шамил улына тапшырғанда уның йөҙө балҡып китеүенән үк аңланыҡ. – Бөгөнгө заман хәрби хәрәкәттәре башлыса технологик һуғыштан ғибәрәт. Квадрокоптер – ул хәрби машина, шулай уҡ Ҡораллы Көстәрҙең күҙе һәм ҡолағы. Был кәрәкле ҡорамалдар егеттәребеҙгә барып етер, – тип ышандырҙы “Ун өсөнсө”. Беҙ беләбеҙ, мотлаҡ барып етәсәк һәм һалдаттарҙың ғүмерен дә һаҡлаясаҡ, уҡтарҙың дошмандарҙың тейешле сәбенә тейергә ярҙам да итәсәк, сөнки беҙҙең дә ихлас күңелдән еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индергебеҙ килде.Ҡараңғы тиҙ төштө. Комендант сәғәте башланмаҫ борон ятағыбыҙға ҡайтып өлгөрөргә тейешбеҙ. Көндөҙ гөрләп торған Красный Луч төндә ҡот осҡос икән. Һуҙылып киткән ҡатлы-ҡатлы өйҙәрҙә ут юҡ тиерлек. Урам бағаналарындағы яҡтылыҡ ҡына шом-шөбһәне ситкә ҡыуған кеүек. Мәҙәниәт йорто ҡасандыр бик мөһабәт булған, колонналар, ҙур тәҙрәләр шул турала һөйләй. Тик уның янын үлән, ағаслыҡ баҫҡан, бинаның йөҙөн йылдар туҙаны шул тиклем “ҡартайтҡан”, хатта ап-аҡ төҫкә буяһаң да унан һағыш сырайы юғалмаҫ төҫлө. Янында ғына “техникум” тип яҙылған дүрт ҡатлы оҙон бинаның тәҙрәләре ватылып бөткән. Юлдарҙа имен урындар бик һирәк. Тик ҡаланың махсус операция мәлендә, йәғни йыл ярым эсендә генә ҡарауһыҙ хәлгә килмәгәне күренеп тора. Бындай ҡотһоҙ төҫкә индерер өсөн тиҫтәләрсә йыл “тырышырға” кәрәк. Совет осоронда завод, шахталар һин дә мин эшләгән. Әйтеүҙәренсә, Украина властары был яҡтың байлығын Көнбайыш Украина йәшәһен өсөн һурған да һурған. Был яҡтың халҡы меҫкен булып айырым байҙар өсөн бил бөккән. Ә 2014 йылға тиклем Украинаның иң үҫешкән сәнәғәт төбәге һаналған. Төп байлыҡтары – ташкүмер. Ундағы антрацит (шул исемле район, ҡалалары ла бар) исемле сорты иң сифатлыһы һанала, үҙенең ҡара төҫө, көслө ялтырауыҡлығы һәм, әлбиттә, күп йылы биреү һәләте менән айырылып тора. Бындағы халыҡ Рәсәйгә бик ышана, киләсәктә совет илендәге кеүек бай һәм етеш йәшәүҙәренә өмөтләнә, сөнки бөгөнгө Украина етәкселеге фашист алымдары менән уларҙы теҙләндереп, ҡол итеп йәшәтмәксе. Нисә йыл аҡса күрмәгән ҡарттар, ниһайәт, пенсия алыуына ҡыуана. Үткән йыл магазиндарҙа хаҡтар түбәнерәк булған. Хәрбиҙәр менән бергә аҡсалар ҙа килгәс, иҡтисад закондары үҙенекен итә, хаҡтар күтәрелә. Тәүге көн үтте. Күңелдә әле ундай-бындай ауыр кисерештәр бик юҡ. Иртәгә иртә менән юлға. Шайморатовсылар янына.(Дауамы бар). Башы: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-07-17/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3342899