Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урман хәүефһеҙлеге өсөн яңы ҡорамалдар алынған

Республиканың урман инспекторҙары арсеналы 72 дана техника менән тулыландырылған — был хеҙмәттең матди-техник базаһын нығытыу ғына түгел, ә урманды һаҡлау һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн эшләнә. Ҡорамалдар алыу "Экология" милли проектының "Урманды һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған. «Урманды һаҡлаған инспекторҙарҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү — урмандарҙы һаҡлау һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән стратегик бурыстарҙың береһе», — тине Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының федераль һәм дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе идаралығы етәксеһе Эльмир Хөсәйенов. Фототоҙаҡтар, навигация ҡорамалдары, дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумлыҡ квадрокоптерҙар... Мәҫәлән, урман инспекторҙары пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып, урман фондын дистанцион күҙәтеү, урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау өсөн урмандарҙы патрулләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Быға тиклем район-ара территориаль идаралыҡтарға урман патруле машиналары килгән. Был ҡорамалдарҙы һатып алыу өсөн проект буйынса бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 319 миллион һум тәшкил итә. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.