"Экология" милли проекты ярҙамында Башҡортостандың алты ҙур ҡалаһында тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү объекттары бөтөрөләсәк. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр. Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Күмертау ҡалаларында раҫланған графиктар буйынса эштәр алып барыла. Әлеге ваҡытта Баймаҡта полигондың әҙерлеге — 90%, Сибайҙа — 55%, Стәрлетамаҡта — 60%, Дәүләкәндә — 55%, Благовещенда — 45%, Күмертауҙа — 40%. «Биш ҡалала полигондарҙы бөтөрөү йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, Күмертау ҡалаһындағы полигон киләһе йыл аҙағына тиклем бөтөрөлөр тип планлаштырабыҙ. Бөгөнгө көнгә ҡаты көкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү реформаһы башланыр алдынан килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, халыҡтың экологик мәҙәниәтен камиллаштырабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән. Фото: ufa.mk.ru